Сикләү юҡ

Сикләү юҡ https://bash.news/news/88000_sikl_yu
14 ғин 2019, 23:10

1 ғинуарҙан илдә инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса яңы дәүләт хеҙмәте барлыҡҡа килде. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға хәҙер махсус үҙәктәр вакансия тәҡдим итеп кенә ҡалмай, эшкә урынлашыуын да күҙәтәсәк. Өфөлә бындай төр хеҙмәт ике йыл эшләп килә. Башҡортостан пилот программаһы ҡабул иткән тәүге төбәктәр иҫәбендә.

Ашхана кухняһында эш ҡайнай. Ни бары өс хеҙмәткәр. Шулай ҙа улар йөҙҙәрсә кешене тәмле ризыҡтар менән һыйларға өлгөрә. Олеся Ястребова аш-һыу оҫтаһы ғына түгел, шулай уҡ дзюдо һәм самбо буйынса Рәсәй чемпионы ла. Хеҙмәттәштәре лә ныҡлы һаҡ аҫтында эшләүен йәшермәй.

Олеся менән улар башлыса яҙыу аша аралаша. Бының өсөн аш-һыу бүлмәһенә махсус таҡта ҡуйылған. Унда бөгөнгө меню, кәрәкле һаналған башҡа мөһим хәбәрҙәр ҙә яҙыла. Олеся ишетеү һәләтенән мәхрүм булһа ла, бирешергә теләмәй. Кистәрен спорт менән шөғөлләнеп, көндәрен төрлөләндереп бешеренергә ярата.

Иринаға офис хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ шат. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡыҙ менән улар һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәттә. Ул кадрҙар агентлығында менеджер булып эшләй. Уның хеҙмәте шулай уҡ башҡаларҙы ла эшкә йәлеп итеү менән үҙенсәлекле. Ә ҡасандыр Ирина Лакызина йыл ярым элек Ғафури районынан баш ҡалаға күсеп килеп үҙаллы тормош башларға ниәтләй. Эш эҙләргә тотона.

Ирина Лакызина, менеджер: “Эш тупһаһында пандус бар, ишек асырға ярҙам итәләр. Вахтерҙар сығып ҡаршы ала. Һәр саҡ ярҙам итәләр. Бер ҙур ғаилә кеүекбеҙ. Эшкә тиҙ өйрәндем”.

Ирина дүртенсе ҡаттағы офисҡа урынлаша. Кадрҙар агентлығы уны бер ниндәй икеләнеүһеҙ эшкә ала. Эш урынын булдырыу өсөн мәшғүллек үҙәгенән 100 меңгә яҡын аҡса бүленә. Был аҡсаға ойошма техникаһы, пандустар эшләнә.

Азалия Нотфуллина, кадрҙар агентлығы етәксеһе: “Эш биреүсегә мөмкинлеге сикләнгәнме, сәләмәтме – барыбер. Иң мөһиме – эшләргә теләк булһын”.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр мәшғүллек үҙәгенә 3010 кеше мөрәжәғәт иткән. Уның 60 проценты эш менән тәьмин ителгән. 2017 йыл менән сағыштырғанда, 4 процентҡа күберәк.

Ә федераль кимәлдә инвалидтарға эш биреү былтыр закон менән нығытылып, 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инде. Башҡортостан был йәһәттән ил кимәлендәге ныҡлы тәжрибә майҙансығы булып тора. Ике йыл эсендә мөмкинлеге сикләнгән йөҙ кеше стажировка үткән. Уларҙың 80-е даими рәүештә эшкә алынған. Бынан тыш, пилот проектта ҡатнашмаған 83 кеше төрлө ойошмаларға урынлашҡан.

Фәнүр Шәйхисламов, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары: “Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса методика яҙҙыҡ. Эшкә урынлашҡан саҡта ғаиләләр менән, хеҙмәткәрҙәр менән анкеталау үткәрҙек”.

Әйткәндәй, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе тәүҙә баш ҡалала ғына башҡарылды. Бынан ары, Өфө белгестәре республика район-ҡалаларындағы мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән тәжрибә уртаҡлашасаҡ.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Сикләү юҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд