Ҡороған ағасты халыҡ ҡарамағында

Ҡороған ағасты халыҡ ҡарамағында https://bash.news/news/88001_oroan_aasty_xaly_aramaynda
14 ғин 2019, 23:17

1 ғинуарҙан Рәсәй Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Граждандар хәҙер ерҙә ятҡан ағас-ботаҡтарҙы үҙҙәренең ихтыяжында ҡуллана ала. Ошо маҡсаттан урманға барғанда, һаҡлау органдарынан рөхсәт алырға кәрәкме? Үҙең менән балта алырға мөмкинме?

83 йәшен тултырған Фирүзә Исхаҡова ихата тирәләй йүгереп тигәндәй йөрөй, утынын да ташый, ҡарын да көрәй. Гөрләтеп донъя көтә. Балтас районы Нөркә ауылында газ күптән үткән, әммә ханым "зәңгәр яғыулыҡ"ты үҙһенмәй. Мейескә өйрәнгән. Кирбес мейес иһә һынатҡаны юҡ, өй эсендә йылы, ризыҡтар ҙа күпкә тәмлерәк бешә.

Фирүзә Исхаҡова, Нөркә ауылында йәшәүсе: “Мейестең йылыһы икенсе. Газ һүнеүе ихтимал. Икмәк бешерәм. 15 кубометр утын кәрәк. Бер кубометры бер мең һум”.

Фирүзә Исхаҡова быйылдан утынға сығымдарын кәметә ала. Ҡануни яҡтан хәҙер урманда ергә ауған ағастарҙы йыйып алырға мөмкин. Көслө елдән, йә ҡар ауырлығынан, йә ҡороу сәбәпле йығылған урман байлығы халыҡ ҡарамағына күсә. Ҡороған ағас-ботаҡтар артынан "йәшел ҡалҡанға" юлланғанда, үҙең менән бысҡы, балта ла алырға була.

Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Думаһы депутаты: “Закон буйынса, башҡа субьекттарҙа сикләүҙәр күп, беҙҙә улар юҡ. Сит төбәктәрҙә бензин бысҡы алып барырға, машина менән сығырға ярамай. Беҙҙә был эш рөхсәт ителгән”.

Әйткәндәй, ҡабул ителгән яңылыҡ халыҡта күп һорауҙар тыуҙырҙы. Урмансыларҙы алдан иҫкәртеү, уларҙың рөхсәтен алыу кәрәкме-юҡмы? Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров билдәләүенсә, ошо маҡсаттан урманға юлланғанда бер кемгә лә мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.

Башҡортостанда урман яҡынса алты миллион гектар майҙанды биләй. "Йәшел ҡалҡан" яҡлауға мохтаж. Закондағы үҙгәрештәр урманды ҡороған ағастарҙан таҙартырға ярҙам итәсәк. Халыҡ яңы мөмкинлек менән йыл әйләнәһенә файҙалана ала. Әммә янғынға ҡаршы режим иғлан ителгән осорҙа урманға сығыу тыйыла.

Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк. Үҫкән ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡырға, бысырға ярамай. Бының өсөн административ штраф һалыныуы ихтимал, айырым осраҡтарҙа, хатта, Енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ергә ауып, ҡороғандарын ғына өйгә алып ҡайтырға мөмкин, шулай уҡ ботаҡтарын да йыйыу зарур, сөнки улар ҙа янғын хәүефе тыуҙыра. Был эш дәррәү барһа, урман да ниһайәт, тын алып ҡалыр ине.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Ҡороған ағасты халыҡ ҡарамағында

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд