Өфөлә йәшәүсе ир алдаҡ юл менән таныштарының 5 млн һум күләмендә аҡсаһын үҙләштерә

Өфөлә йәшәүсе ир алдаҡ юл менән таныштарының 5 млн һум күләмендә аҡсаһын үҙләштерә https://bash.news/news/88015_fl_jshse_ir_alda_yul_menn_tanyshtaryny_5_mln_um_klmend_asayn_lshter
15 ғин 2019, 09:56

Суд приставтары Өфөлә йәшәүсе ирҙән штраф түләтеүгә өлгәшә. Ул мутлашыуҙа ғәйепләнә. 58 йәшлек ир үҙенең өс танышын алдай.

Өфөлә йәшәүсе ир алдаҡ юл менән таныштарының 5 млн һум күләмендә аҡсаһын үҙләштерә
Өфөлә йәшәүсе ир алдаҡ юл менән таныштарының 5 млн һум күләмендә аҡсаһын үҙләштерә

Республиканың Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, өс ай эсендә мутлашыусы бер нисә кешене алдай. Танышҡан ваҡытта, ул үҙен республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек етәксеһе итеп белдерә. Ысынбарлыҡта, ул был вазифанан бушатылған була. Ир ышанысҡа инә һәм яңы таныштарынан ҙур күләмдә аҡса һорай.

Мутлашыусының таныштары, бурысты ҡайтара алмағас, судҡа мөрәжәғәт итә. Ир ғәйепле тип таныла. Уны шартлы рәүештә дүрт йылға иркенән мәхрүм итәләр. Шулай уҡ, ғәйепле килтерелгән зыян күләмен ҡапларға бурыслы.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд