Иртәгә төбәктә епшек ҡар яуыуы көтөлә

Иртәгә төбәктә епшек ҡар яуыуы көтөлә https://bash.news/news/88032_irtg_tbkt_epshek_ar_yauyuy_ktl/?lang=bash
15 ғин 2019, 14:20

Иртәгә,16 ғинуарҙа, Башҡортостанда епшек ҡар яуыуы ихтимал. Юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән.

Иртәгә төбәктә епшек ҡар яуыуы көтөлә
Иртәгә төбәктә епшек ҡар яуыуы көтөлә

Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, республикала төндә бер аҙ ҡар яуасаҡ. Көндөҙ епшек ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

Юлдарҙа боҙлауыҡ, көрт һалыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә ун ике градус һалҡын, урыны менән 19 градусҡаса түбәнәйәсәк. Көндөҙ йылы, бер градус һалҡын.

Спутник FM
Новости партнеров
Афиши территория роста