Өфө лимонарийында банандар сәскә атты

Өфө лимонарийында банандар сәскә атты https://bash.news/news/88036_f_limonarijynda_banandar_ssk_atty
15 ғин 2019, 15:03

Лимонарийҙа экзотик үҫемлектәр сәскә атты. Ҡайһы берҙәре емеш биреп тә өлгөрә.

Өфө лимонарийында банандар сәскә атты
Өфө лимонарийында банандар сәскә атты

Өфө лимонарийы етәксеһе Фәридә Садыҡова билдәләүенсә, банандар сәскә ата. Ә кәрле банан үҙенең тәүге емештәрен биреп тә өлгөргән. Билдәләргә кәрәк,лимонарийҙа банандарҙың тәүге уңышын 2017 йылдың йәйендә йыйып алалар. Лимонарий ҡунаҡтарын иһә папайя сағыу сәскәләре менән ҡыуандыра. Тиҙҙән лимондар ҙа сәскә атасаҡ.

Цитрус үҫемләктәренең тәүге уңышы йыйып алынған. Хәҙер улар февраль айында ғына сәскәгә күмеләсәк. Үҙенсәлекле үҫемлектәргә сәйәхәт ҡылыу көн һайын киске сәғәт бишкә тиклем ойошторола.

Спутник FM
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа