Учалыла теркәлгән фажиғәлә зыян күреүсе ир аңына килә

Учалыла теркәлгән фажиғәлә зыян күреүсе ир аңына килә https://bash.news/news/88038_uchalyla_terklgn_fazhil_zyyan_krese_ir_ayna_kil
15 ғин 2019, 15:18

Бөгөн, 15 ғинуарҙа, Өфөлә Учалыла теркәлгән фажиғәлә зыян күреүсе Зариф Хилажев аңына килә. Ир Ҡыуатов исемендәге республика клиника дауаханаһында ята.

Учалыла теркәлгән фажиғәлә зыян күреүсе ир аңына килә
Учалыла теркәлгән фажиғәлә зыян күреүсе ир аңына килә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 ғинуарҙа, зыян күреүсе Учалы район үҙәк дауаханаһынан Өфөгә күсерелә. Шишәмбе, 15 ғинуарҙа, Зарифтың аңына килеүе һәм аралаша башлауы тураһында хәбәр иттеләр.

Быға тиклем хәбәр итеүҙәренсә, пациент реанимация бүлегенә оҙатыла, уның хәле ауыр тип баһалана. Республика клиника дауаханаһы табиптары менән берлектә үткән операция биш сәғәт дауамында бара.

Спутник FM
Новости партнеров
Банер уфимская волна