Республикала баҫыу миҙгеленә ауыл хужалығы техникаларын әҙерләү башланды

Республикала баҫыу миҙгеленә ауыл хужалығы техникаларын әҙерләү башланды https://bash.news/news/88041_respublikala_bayu_migelen_auyl_xuzhalyy_texnikalaryn_erl_bashlandy
15 ғин 2019, 15:47

Баҫыу миҙгеленә аграрийҙарға яҡынса 7 000 тракторҙы,2 000 бойҙай урыу комбайндарын, шулай уҡ, 400 мал аҙығын урыу комбайндарын төҙөкләндереү күҙаллана. Шулай уҡ, башҡа техникаларҙы һәм ауыл хужалығы ҡоролмаларын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү бурысы тора.

Республикала баҫыу миҙгеленә ауыл хужалығы техникаларын әҙерләү башланды
Республикала баҫыу миҙгеленә ауыл хужалығы техникаларын әҙерләү башланды

Ағымдағы йылдың 1 февраленә тиклем техникаларҙы төҙөкләндереү эшен тамамлау күҙаллана. 1 мартҡа ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналары, ә 25 мартҡа иһә баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ бар тракторҙар ҙа яҙғы миҙгелгә әҙер булырға тейеш.

Үҙ йөрөшлө техникаларға техник тикшереү үтергә кәрәк буласаҡ. Билдәләргә кәрәк, техникаларҙы төҙөкләндереү һәм әҙерлек кимәле,уҙған йыл менән сағыштырғанда,күпкә юғары.

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа