Радий Хәбировты Сибай ҡалаһының экологик торошо хәүефләндерә

Радий Хәбировты Сибай ҡалаһының экологик торошо хәүефләндерә https://bash.news/news/88042_radij_xbirovty_sibaj_alayny_ekologik_torosho_xeflnder/?lang=bash
15 ғин 2019, 16:22

Бөгөн,15 ғинуарҙа, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Сибай ҡалаһына йүнәлде. Уның барышында, етәксе Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы һәм хакимиәт етәкселеге эшен тәнҡитләне. Төбәк Башлығы етәкселәрҙең ҡалала яҡшы экологик шарттар тыуҙырыуҙа тейешле саралар күрмәүҙә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

Радий Хәбировты Сибай ҡалаһының экологик торошо хәүефләндерә
Радий Хәбировты Сибай ҡалаһының экологик торошо хәүефләндерә

Халыҡты Сибайҙа һауа торошоноң насарайыуы борсой, проблема бар. Комбинаттың Сибай филиалы етәкселеге күргән саралар етмәй, был хәлгә етди ҡарарға кәрәк.

Радий Хәбиров

Урында йәшәүселәр Төбәк Башлығына, атмосферала зарарлы матдәләр артыуы тураһында хәбәр итеү һуңлап башҡарылыуы тураһында белдерә. Мәҫәлән, иртәнге төтөн томаны төшөүө тураһында иҫкәртеү көндөҙгө сәғәт өстәрҙә генә хәбәр ителә, ә бөгөнгө һауа торошо тураһында мәғлүмәт менән әлегәсә таныштырмағандар.

«Төтөн ваҡытында беҙ өйҙәребеҙҙән сыҡмайбыҙ, тәҙрәләрҙе ябабыҙ», - тип белдерҙе Сибай халҡы.

Радий Хәбиров, Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловтың урындағы халыҡ менән тейешле рәүештә аңлатыу эше алып бармауы тураһында белдерҙе.

Спутник FM
Новости партнеров
Афиши территория роста