Радий Хәбиров Сибай ҡала хакимиәте башлығына ҡаланан сығып йөрөүҙе тыйҙы

Радий Хәбиров Сибай ҡала хакимиәте башлығына ҡаланан сығып йөрөүҙе тыйҙы https://bash.news/news/88043_radij_xbirov_sibaj_ala_xakimite_bashlyyna_alanan_syyp_jre_tyjy
15 ғин 2019, 16:45

Әлеге ваҡытта Сибай ҡала хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетының ултырышы үтә. Сарала Төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша.

Радий Хәбиров Сибай ҡала хакимиәте башлығына ҡаланан сығып йөрөүҙе тыйҙы
Радий Хәбиров Сибай ҡала хакимиәте башлығына ҡаланан сығып йөрөүҙе тыйҙы

Радий Хәбиров Сибайҙа килеп тыуған экологик мәсьәләне асыҡлау маҡсатында килә. Урындағы етәкселәр менән аралашыу ваҡытында асыҡланыуынса, урындағылар ҡаланың экологик торошо тураһында мәғлүмәт менән ваҡытында таныша алмай. Барыһында ла интернет селтәре юҡ, ә пенсионерҙарға иһә оператив мәғлүмәтте урындағы телевидение аша алыуы уңайлы.

Бер аҙҙан асыҡланыуынса, урындағы телевидениеның хәбәр итеү лицензияһы тамамланған. Бындай ваҡиғалар үҫеше Радий Хәбировты ҡәнәғәтләндермәй. Лицензияны оҙайтыу һорауы ошо айҙа хәл ителергә тейеш.

Шулай уҡ,Радий Хәбиров урындағы етәкселәрҙең социаль селтәрҙә эш итеүҙәре менән ҡәнәғәт түгел. Башлыҡ билдәләүенсә, халыҡ етәкселәрҙән бер ниндәй ҙә мәғлүмәт алмай.

Бынан тыш, Радий Хәбиров ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловҡа 1 февралгә тиклем ҡаланан сыҡмаҫҡа бойорҙо.

Мин һеҙгә ҡаланан сығып йөрөүҙе тыям. Беренсе февралгә тиклем ошолай эшләйәсәкбеҙ. Республика кәңәшмәләренә лә сыҡмайбыҙ. Әгәр ҙә берәй яҡҡа барырға кәрәк икән, был эште урынбаҫарығыҙ башҡарһын. Мин ҡаланың экологик торошо менән ҡәнәғәт түгел. 22 көнө тағы ла бер тапҡыр йыйылабыҙ, үҙгәрештәр күрермен тип ышанам.

Радий Хәбиров

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд