Сибай ҡалаһы мэрына ҡаланан сығыу тыйылды

Сибай ҡалаһы мэрына ҡаланан сығыу тыйылды https://bash.news/news/88058_sibaj_alay_meryna_alanan_syyu_tyjyldy
15 ғин 2019, 20:18

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһы етәкселеген тәнҡит утына тотто. Ул шулай уҡ экологик именлекте тәьмин итеү буйынса тейешле саралар күрмәгән өсөн Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының урындағы филиал вәкилдәрен дә ҡаты шелтәләне.

Бөгөн Радий Хәбиров көтмәгәндә республиканың Урал аръяғы баш ҡалаһына юлланды. Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, Сибай ҡалаһында йәшәүселәрҙе һауаның бысраныуы борсой, әммә бер айҙан ашыу дауамында проблеманы хәл итеү тейешле кимәлдә алып барылмай. Әле ҡаланың медицина учреждениелары юғары әҙерлек режимында эшләй. Яҡын көндәрҙә Сибайға Өфөнән бер төркөм табиптар киләсәк. Радий Хәбиров ҡала етәкселегенә иртәгелеккә тиклем юл картаһын төҙөргә ҡушты. Ундағы төп талаптарҙың береһе, халыҡҡа көн дауамында һауалағы бысраҡ матдәләрҙең күләме тураһында аныҡ мәғлүмәт еткереү. Шулай уҡ бөгөндән балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен урамға сығарыу тыйыла.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Примите распоряжения касающиеся работы садиков. Первое: усилить контроль над здоровьем детей. Второе: запретить прогулки на свежем воздухе”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың декабренән Сибайҙағы ташландыҡ баҡыр ятҡылығында мәғдән окисләнеү сәбәпле һауа зарарлы газдар менән бысранды. Әлеге ваҡытта ҡалала карьерҙа эҙемтәләрҙе бөтөрөү эштәре бара. Бөгөнгә төтәгән 6 мең квадрат метр майҙандың ике мең самаһы ҡалған. Әммә Башҡортостан етәксеһе карьер төбөнә йыйылған газдың өҫкә сығыуын кисектереүгә йүнәлтелгән эштәрҙең саманан тыш яй алып барылыуына ҙур ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ул шулай уҡ Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығына проблеманы хәл итмәйенсә бер ҡайҙа ла йөрөмәҫкә ҡушты. Борсоған барлыҡ мәсьәләр буйынса 8-347-244-15-75 телефоны буйынса ҡыҙыу линияға шылтыратырға мөмкин.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “В течении двух асов телефон горячий линии должны знать все. Размещайте их на всех сайтах”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Сибай ҡалаһы мэрына ҡаланан сығыу тыйылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна