Аңына килгән

Аңына килгән https://bash.news/news/88059_ayna_kilgn
15 ғин 2019, 20:20

13 ғинуарҙа Учалыла теркәлгән ҡанлы фажиғәлә зыян күргән Зариф Хилажев аңына килгән. Бөгөн зыян күреүсе Өфөгә килтерелгән. Әле ул республика клиник дауаханаһына урынлаштырылған.

Ҡатынын ҡорал менән баҫтырған күршеһе Зарифты ауыр яралай. Уның үпкәһе, ашҡаҙаны, эсәктәре зыян күрә, уң яҡ яурыны, ҡушар һөйәге һәм ҡулы йәнселә. Юлды зыян күреүсе тотороҡло үткәргән.

Атаһы Ғәлимйән Хилажев әйтеүенсә, аңына килеү менән Зариф ҡатыны Гөлсиә хаҡында һорашҡан. Әлегә уға ауыр хәбәрҙе әйтмәйҙәр, атай кеше башҡаларҙы ла был аҙымдан тыйылыуҙы һорай.

Аңына килгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна