Балаҡатай районы Урғалы ауылында заманса медицина учреждениеһы төҙөләсәк

Балаҡатай районы Урғалы ауылында заманса медицина учреждениеһы төҙөләсәк https://bash.news/news/88061_balaataj_rajony_uraly_auylynda_zamansa_medicina_uchrezhdeniey_tlsk
15 ғин 2019, 20:28

Урындағы халыҡ ҡыуаныслы ваҡиғаны күптән көткән, сөнки әле пациенттар иҫке, емерелеп барған амбулаторияға йөрөргә мәжбүр. Шулай уҡ тиҙҙән Урғалынан район үҙәгенә ҡайтанан йәмәғәт транспорты йөрөй башлай.

Урғалы ауылы амбулаторияһы яҡынса илле йыл элек төҙөлгән булған. Бина ниндәй генә иҫке хәлдә булһа ла, бынан пациенттар өҙөлмәй, сөнки медицина ярҙамы алырға башҡа мөмкинлектәр юҡ. Дауаханала көндөҙгө стационар ғына эшләй - сирләгән кешеләргә өйҙәренә ҡайтып ҡунырға тура килә.

Регина Шәмсиева, шәфҡәт туташы: “Түбәнән һыу аға, иҙән төшөп бара. Районға барырға йыраҡ, тәүҙә беҙгә киләләр”.

Бинаның иҫке булыуы - бәләнең бер генә яғы. Быға тиклем эшләгән ике табип та әле декрет ялында, бынан тыш, пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә лә тотҡарлыҡтар бар.

Ауылда медицина өлкәһенең аҡһауы һәм башҡа мөһим һорауҙар граждандарҙы ҡабул итеү ваҡытында күтәрелде. Ауыл клубы кеше менән тулы булды, әңгәмә өс сәғәт дауам итте.

Тәнзилә Абдрахманова, Урғалы ауылында йәшәүсе: “Бында әбейҙәр күп, дауахана кәрәк. Ашығыс ярҙам машиналары ла иҫкереп бөткән”.

Эш һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәҫ, тип ышанғы килә. Ошо аҙнала уҡ амбулаторияға дарыуҙар килтереләсәк тип вәғәҙәләнде, ә инде икенсе йылға Урғалыла яңы, заманса медицина учреждениеһы төҙөлә башлаясаҡ.

Рафаэль Яппаров, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары: “Вопрос поднимался на здрав часе Радийем Фаритовичем. Препараты для больных будут доставлятся раз в неделю”.

Бөгөнгө көндә райондан 33 студент табип һөнәрен үҙләштерә.Район етәкселегенең бурысы - яңы амбулаторияға йәш кадрҙарҙы эшкә йәлеп итеү. Шулай уҡ, хакимиәт башлығы Урғалыла күп функциялы үҙәктең офисын асыуҙы, яңы урамдарға зәңгәр яғыулыҡ, һыу, мәҙәниәт йортона йылы үткәреүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Мәсхүт Миңлеғәлин, Балаҡатай районы хакимиәте башлығы: “Ауыл клубы һыуыҡ. Йылытыу системаһын эшләйәсәкбеҙ. Яңы микрорайонда төҙөлөшкә ер бирҙек”.

Әлегә тиклем урындағы халыҡҡа район дауаханаһына барып етеү өсөн 52 километр араны үтергә тура килә. Юл ул тиклем алыҫ кеүек тойолмаҫ ине - әгәр ҙә автобус булһа.

Автор: Флорида Ким.

Балаҡатай районы Урғалы ауылында заманса медицина учреждениеһы төҙөләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд