Һарыҡты кем ашаған?

Һарыҡты кем ашаған? https://bash.news/news/88062_aryty_kem_ashaan
15 ғин 2019, 20:33

Өфө ҡалаһының Совет районындағы торлаҡ ремонт-файҙаланыу предприятиеһы үҙҙәре ҡараған торлаҡ хужалығы идаралығын эш хаҡын түләмәүҙә ғәйепләй. Улар әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе ярты йыл тирәһе аҡса күргәне юҡ, дөйөм бурыс 7 миллион һумға барып баҫҡан. Ә төп предприятие был дәғүә менән риза түгел, аҡса күсерелгән, әммә ябай эшселәргә барып етмәгән.

Урам йыйыштырыусының эше еңел түгел, кеше йоҡонан торғансы ихаталарҙы тәртипкә килтерергә кәрәк. Ҡыш булһа ҡар, көҙ япраҡ яуа, ә яҙ бысраҡты таҙалап ҡына өлгөр. Хеҙмәт хаҡы ла ҙур түгел, әммә уны ла ваҡытында алып булмай.

55-се торлаҡ ремонт-файҙаланыу предприятиеһында 60-ҡа яҡын кеше эшләй. Улар Совет районындағы 56 йортто хеҙмәтләндерә, дөйөм майҙан мең квадрат метрҙы биләй. Халыҡ ойошманың эшенән ҡәнәғәт.

Предприятие етәкселәре әйтеүенсә, тик уларға эшләргә ирек бирмәйҙәр. Йәғни, бар яҡлап ҡыҫырыҡлау бара, алынмаған арматура өсөн аҡса талап ителә, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы күсерелмәй, дөйөм йорт ихтыяжына киткән сығымдар өсөн хаҡ предприятиеға һалына.

Павел Егоров, Өфөнөң 55-се торлаҡ ремонт-файҙаланыу предприятиеһы директоры: “Хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс 7 миллион һумға барып етте, беҙ әле ярҙам һорап Республика етәкселегенә, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итттек, беҙҙе закон боҙорға мәжбүр итәләр”

Совет районының торлаҡ хужалығы был дәғүәләргә ҡырҡа ҡаршы. Хеҙмәтләндереүсе предприятиела аҡса эшләгән кешенән бигерәк үле йәндәргә китә, йәғни бушлай эш хаҡы алып йөрөгән кешеләр бар. Икенсенән, ойошма килешеүгә ярашлы, үҙ бурыстарын үтәмәй. Хеҙмәт хаҡы күсерелгәнен иҫбатлаған документтар бар.

Фәһим Сәлимйәнов, Өфөнөң Совет районы торлаҡ хужалығы идаралығы директоры урынбаҫары: “Предприятие байрам көндәрендә лә эшләһен өсөн беҙ хеҙмәт хаҡын Яңы йыл алдынан 200 мең һумға артығыраҡ итеп күсерҙек. Бер тин бурысыбыҙ юҡ. Аҡсаның кемдең кеҫәһенә ингәнен тикшереү күрһәтер. Арматураға килгәндә, кәрәк-яраҡтар уларҙың ғаризаһы буйынса алына”

Йәғни, торлаҡсылар әйтеүенсә, был предприятие үҙе күрһәтергә тейешле хеҙмәткә сит кешеләр менән килешеү төҙөгән. Был һорауға нөктәне тәфтиш комитеты ғына ҡуя ала, әле тикшереүгә ғариза бирелгән. Әммә ябай эшселәргә, уларҙың ғаиләләренә был нескәлектәр мөһим түгел, улар күрһәткән хеҙмәт өсөн тейешле хаҡты алырға теләй.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Һарыҡты кем ашаған?

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд