Республикала "Ҡаргиҙәр" операцияһы башланды

Республикала "Ҡаргиҙәр" операцияһы башланды https://bash.news/news/88063_respublikala_argir_operaciyay_bashlandy
15 ғин 2019, 20:41

Ай дауамында инспекторҙар ҡаргиҙәрҙәрҙе генә түгел, башҡа техникалар торошон да тикшерәсәк. Быға бәйле, бөгөн Өфөлә генә күләмле сара үтте. Ҡаргиҙәр тотҡан һәр дәүләт һәм шәхси ойошмаларҙың документ теүәллеге барланды.

Ҡаргиҙәр хужаһы автоһәүәҫкәр булараҡ үҙе менән бергә тейешле документ йөрөтөргә бурыслы. Инспекторҙар транспорттың дәүләт техник күҙәтеүе үткәнлегенән тыш, уға идара итеү хоҡуғы булыу-булмауын да тикшерә.

Квадроцикл да шулай уҡ, ҡаргиҙәр кеүек бер транспорт төрөнә ҡарай. Уның менән идара итеү өсөн дә махсус категория талап ителә. Азат Ҡәнәғәтов был төр техникаларҙың торошон биш бармағылай яҡшы белә. Хәүефһеҙлек талаптарын үтәүҙе лә беренсе планға ҡуя.

Азат Ҡәнәғәтов, Өфө урман техник техникумы баш механигы: “Техника яҡшы эшләһен өсөн уны ҡарап торорға кәрәк. Документтары ла теүәл булырға тейеш”.

Ләкин күп осраҡта ҡаргиҙәр хужаһы техникаһын уйынсыҡ урынына күрә. Уны теркәүгә ҡуйыуҙы, техник торошон тикшереүҙе, тейешле категориялы водитель таныҡлығын алыуҙы кәрәк тип тапмай. Ә бының ҡыҙғанысҡа, күңелһеҙ һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал.

Квадроцикл менән идара итеү өсөн дә шулай уҡ водитель таныҡлығы талап ителә. Ул ҡаргиҙәр менән бергә А1 категорияһына ҡарай. Имтихан тапшырыуҙың да үҙ үҙенсәлектәре бар. Квадроциклдың төҙөк булыуынан тыш, башҡа каска кейеү ҙә мотлаҡ.

Ғәҙәттә, 132 сәғәт дауам иткән уҡыу барышында ғәмәли һәм практик тәжрибә туплап, имтиханды уңышлы тапшырғас ҡына транспорт сараһына идара итеү хоҡуғына эйә булырға мөмкин.

Инспекторҙар бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметеү өҫтөндә эшләй. Рейд барышында ҡаргиҙәр хужалары менән аңлатыу эштәре алып барыла. "Ҡаргиҙәр" операцияһы ғөмүмән, республиканың бар район-ҡалаларында ла үтә. Благовещен районында ғына мәҫәлән, 8 тиҫтәнән ашыу техника иҫәпләнә... Ул да булһа теркәүгә ҡуйылғандары.

Ғәзим Әхмәтов, Башҡортостандың Благовещен районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы етәксеһе: “76% теркәлгән техника ҡаралды. Районда тағы ҡаргиҙәрҙәрен теркәмәгән кешеләр бар”.

Шуға ла күп осраҡта рейд Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үтә. Профилактик сара республика биләмәһендә ай буйы дауам итәсәк.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Республикала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд