Иглин районы Үктәй ауылында утыҙ урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды

Иглин районы Үктәй ауылында утыҙ урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды https://bash.news/news/88065_iglin_rajony_ktj_auylynda_uty_uryna_iplngn_balalar_basay_asyldy/?lang=bash
15 ғин 2019, 20:45

Учреждение мәктәптең элекке бинаһына реконструкция ойошторолғандан һуң барлыҡҡа килә. Төҙөлөш эштәренә республика һәм район бюджетынан яҡынса биш миллион һум ярым аҡса бүленә. Балаларға заманса йыһазландырылған уйын, йоҡо бүлмәләре, тамаша һәм спорт залдары булдырыла. Ауыл халҡы оҙаҡ йылдар буш торған бинаның шат балалар тауышына күмеләсәгенә һөйөнөсөн белдерҙе.

Наил Гәрәев, Үктәй ауылы урта мәктәбенең элекке директоры: “33 йыл был мәктәптең директоры булып эшләнем. Ниһайәт, ҡартайған көндә бинаның төҙөкләндерелеүен күрәбеҙ”.

Үктәй ауылы район үҙәгенә яҡын урынлашҡан, шуға бында йәш ғаиләләр иҫәбе йылдам арта. Бөгөн мәктәпкәсә йәштәге ҡырҡҡа яҡын бала иҫәпләнә. Яңы учреждениеның асылыуы тыуым күрһәткестәрен тағы ла яҡшыртыр тип көтөлә.

Линара Шакирова, Үктәй ауылында йәшәүсе: “Бындай балалар баҡсаһы булғас табырға ла табырға сабыйҙарҙы”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Иглин районы Үктәй ауылында утыҙ урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста