Милли кино сәнғәте үҫешенә тос өлөш индереүселәр

Милли кино сәнғәте үҫешенә тос өлөш индереүселәр https://bash.news/news/88066_milli_kino_snte_eshen_tos_lsh_indereselr
15 ғин 2019, 20:51

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Әмир Абдразаҡов менән Илдус Ғәлиуллиндың тыуыуҙарына 85 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте.

Сарала билдәле шәхестәрҙең ижадташ дуҫтары ҡатнашты. Әмир Ғәбделмән улының тормош, ижад юлы матур китапҡа торошло. Ул күптәргә "Башҡортостан" киностудияһын ойоштороусы булараҡ билдәле. "Әхмәт Зәки Вәлиди Туған", "Аҡмулла", "Ишмулла" кеүек картиналар аша режиссер уңышҡа өлгәшә. Кинооператор Илдус Һаҙый улы менән улар бергә эшләй. Телевидениела ла, киностудияла ла ижади тандем оҙаҡ йылдар айырылғыһыҙ була.

Фәрит Ғәбитов, Башҡортостан кинематографистары берлеге рәйесе: “Улар башҡорт телендә тәүге нәфис фильм төшөргәнн кешеләр. “Өмөт” тип атала ул. Был фильда был донъянан киткән байтаҡ мәшһүр актерҙар уйнай”.

Былтыр декабрҙә "Башҡортостан" киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме бирелгәйне. Республика Хөкүмәтенең был туралағы ҡарарына Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Киностудия етәкселеге билдәләүенсә, арҙаҡлы шәхестең исемен мәңгеләштереү менән бер рәттән уның бай ижади мираҫын һаҡлап ҡалыу, төшөрөлөп бөтмәгән фильмын ниһайәт, тамамлап, халыҡҡа күрһәтеү маҡсаты ҡуйылған.

Юнир Әминев, Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы директоры: “Уның “Крылья мои” тигән төшөрөлөп бөтмәгән киноһы бар. Фильм улдары тураһында. Оцифровка аппаратын алып пленкаларҙы күсергәс киноны төшөрөп бөтөп халыҡҡа күрһәтергә ине”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Милли кино сәнғәте үҫешенә тос өлөш индереүселәр

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA