Ике яҡлы килешеү буйынса Виллиам де Оливейра

Ике яҡлы килешеү буйынса Виллиам де Оливейра https://bash.news/news/88069_ike_yaly_kileshe_bujynsa_villiam_de_olivejra_f_klubynan_kitte
15 ғин 2019, 20:55

Бразилия белгесе артабанғы хеҙмәт юлын Санкт-Петербургтың "Зенит" командаһында дауам итә. Тренерҙы төньяҡ баш ҡалаға республика көйәрмәндәренә яҡшы таныш Сергей Семак саҡырған.

Виллиамдың икенсе төбәккә күсеүе тураһында хәбәр "Өфө" клубының Кипрҙағы күнекмәләре ваҡытында билдәле булды. Айя-Напе курортында яҡташтарыбыҙ Рәсәй чемпионатының икенсе өлөшөнә әҙерләнә. Сит ил белгесе футболсылар һәм клуб хеҙмәткәрҙәре менән хушлашты ла инде.

Виллиам де Оливейра Башҡортостанға 2012 йылдың йәйендә килгәйне. Ике йыл ярым дауамында ул "Өфө" клубы данын яҡланы. Һуңынан уйынсы карьераһын тамамлап ошонда уҡ тренер булып ҡалды. Уға Евгений Перевертайло, Виктор Гончаренко, Сергей Семак, Сергей Томаров һәм Дмитрий Кириченколар менән эшләргә тура килде.

Шулай уҡ 2017 йылда Бразилия белгесе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамланы. "Өфө" футбол клубы етәкселеге Виллиамға берлектәге хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерә һәм артабанғы тренерлыҡ эшмәкәрлегендә уңыштар теләй.

Автор: Илдар Байбулатов.

Ике яҡлы килешеү буйынса Виллиам де Оливейра

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд