Өфөлә коммуналь һәм торлаҡ хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә ҡаланы ҡарҙан таҙарта

Өфөлә коммуналь һәм торлаҡ хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә ҡаланы ҡарҙан таҙарта https://bash.news/news/88090_fl_kommunal_m_torla_xemttre_tlek_jlnen_alany_aran_taarta
16 ғин 2019, 09:34

Ҡарҙың күпләп яуыуы сәбәпле, ҡала хеҙмәттәре көсөргәнешле эш режимына күсте. Ҡала урамдарында тәүлек әйләнәһенә техникалар эшләй. Бынан тыш, юлдарға боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар һибелә.

Өфөлә коммуналь һәм торлаҡ хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә ҡаланы ҡарҙан таҙарта
Өфөлә коммуналь һәм торлаҡ хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә ҡаланы ҡарҙан таҙарта

Әлеге ваҡытта 300 берәмек коммуналь техника һәм 69 эшселәр урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу эшенә йәлеп ителгән. Шулай уҡ, 849 урам таҙартыусы ла ҡушылған. Һауа шарттарының насарайыуы сәбәпле, урындағыларға оҙон юлға сығырға кәңәш итмәйҙәр. Автомобилдәрҙе ағас аҫтарына ҡалдырмау һорала.

Шулай уҡ, транспорт сараларын йорт эргәһенә ҡалдырыу ҙа кәңәш ителмәй. Ҡыйыҡтан төшкән ҡар йәки боҙ машинаға зыян килтереүе ихтимал.

Спутник FM
Новости партнеров