Башҡалала берәҙәк эттәргә ҡаршы профилактик рейдтар үтә

Башҡалала берәҙәк эттәргә ҡаршы профилактик рейдтар үтә https://bash.news/news/88097_bashalala_berk_ettrg_arshy_profilaktik_rejdtar_t
16 ғин 2019, 14:47

Ленин районында берәҙәк эттәрҙе тотоу эше дауам итә. Улар урында йәшәүселәргә хәүеф тыуҙыра.

Башҡалала берәҙәк эттәргә ҡаршы профилактик рейдтар үтә
Башҡалала берәҙәк эттәргә ҡаршы профилактик рейдтар үтә

15 ғинуарҙа сираттағы рейд үтә. Профилактик сара «Тулҡын» скверы, стадион биләмәләрендә, шулай уҡ, Әхмәтов һәм Летчиктар урамында ойошторола. Барлығы 25 хужаһыҙ эт тотола.

Билдәләргә кәрәк, 16 ғинуарҙа ла был йүнәлештә рейд үтә. Эт хужаларына хайуандарға морондоҡ һәм муйынсаҡлы бау кейҙерергә кәңәш ителә.

Әгәр ҙә һеҙ Өфөнөң Ленин районында берәҙәк эттәрҙең тупланыуы шаһиты булһағыҙ, 112 йәки 2290430 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итегеҙ.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна