Өфөлә кеше талауҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алынды

Өфөлә кеше талауҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алынды https://bash.news/news/88101_fl_keshe_talaua_jeplneselr_ula_alyndy
16 ғин 2019, 15:16

Өфө полицияһы бүлегенә бер нисә ҡатын ғариза менән мөрәжәғәт итә. Улар хәбәр итеүенсә, урамда ике йәш егет ҡатындарҙың сумкаларын һәм шәхси әйберҙәрен тартып ала. Был хаҡта республиканың Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.

Өфөлә кеше талауҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алынды
Өфөлә кеше талауҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алынды

Ике осраҡта ғәйепләнеүселәр ҡатындарҙың сумкаһын һәм бер осраҡта-кеҫә телефонын тартып ала. Полиция хеҙмәткәрҙәре кеше талаусыларҙы ҡулға ала. Асыҡланыуынса, быға тиклем хөкөм ителгән Тольятти ла йәшәүсе 26 йәшлек һәм Иглин районынан 27 йәшлек егет уғрылыҡ юлына баҫа.

Ҡулға алыныусылар үҙ ғәйептәрен таный. Талап алынған әйберҙәрҙең бер өлөшө ҡайтарыла. "Талау" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа