Быйыл республикала урамдарҙы яҡтыртыуға 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә

Быйыл республикала урамдарҙы яҡтыртыуға 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә https://bash.news/news/88143_byjyl_respublikala_uramdary_yatyrtyua_600_million_umdan_ashyu_asa_blen
16 ғин 2019, 21:06

Был турала бөгөн Радий Хәбиров етәкселегендә үткән Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында белдерелде. Ултырышта һигеҙ һәм унан да күберәк балалы ғаиләләргә 600 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам биреү тураһындағы ҡарар ҙа ҡабул ителде. Президиумда күтәрелгән төп темалар хаҡында тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Береһендә һепертке, икенсеһендә көрәк, өсөнсөһөндә тырма. Әйтерһең дә, шәмбе өмәһе бара. Ләкин егеттәр барыһы ла бер туған Әбдрәҡиповтар, ғаилә ихата эсендәге эш менән мәшғүл. Улар бер- береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай. Ишле ғаиләнең ата-әсәһе һаңғырау-телһеҙҙәр.

Рөстәм Әбдрәҡипов, ғаилә башлығы: “Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Шуға күрә Хоҙай Тәғәлә күпме бирә барыһына ла ризабыҙ. Ишле ғаиләлә күңеллерәк тә, эш тә ырамлы бара”.

Урамда ғаиләнең бер өлөшө генә. Егеттәр тышта эш ҡыйратһа, ҡыҙҙар өй эсендә. Йәмғеһе, йортта һигеҙ бала тәрбиәләнә. Иң өлкәненә 17 тулһа, иң бәләкәйенә бер генә йәш. Ғаилә хәҙер 600 йөҙ мең һумлыҡ аҡсалата ярҙамға дәғүә итә ала.

Таһир Йәнгиров, олатаһы: “Хөкүмәт биргән ағса бик кәрәкле, төҙөлөштә эшләрлек эш күп”.

Һигеҙ һәм унан да күберәк бала тәрбиләгән ғаиләләргә 600 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам биреү тураһындағы ҡарар бөгөн Президиум ултырышында ҡабул ителде. Элек был сумма туғыҙ һәм унан да күберәк бала үҫтергән ғаиләләргә тапшырыла ине. Иң мөһиме балаларҙың ун һигеҙ йәшкә тиклем булыуы шарт. Быйыл был хоҡуҡ менән 5 тиҫтәгә яҡын ғаилә файҙалана аласаҡ.

Юрий Мельников, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы: “Ошо маҡсатта 23 миллион һумдан ашыу өҫтәмә сығымдар талап ителә, был сумма Республика бюджетына һалынған, шуға түләүҙәр менән бәйле ҡатмарлыҡтар булмаясаҡ тип уйлайбыҙ”.

Президиум ултырышында урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Был системаны, финанслау республика һәм урындағы бюджет иҫәбенә башҡарыла. Мәҫәлән, быйыл йүнәлтеләсәк 642 миллион һумдың 583 миллионы төбәк ҡаҙнаһынан, ҡалған сумма муниципаль берәмектәр иңенә ята. 2024 йылға тиклем Башҡортостан буйынса 140 мең тирәһе яҡтыртыу ҡоролмаһы ҡуйыу ҡаралған, бының өсөн 3 мең километр тирәһе кабель һуҙыу, 43 мең бағана ултыртыу талап ителә. 6 йыл эсендә республикалағы ҡара нөктәләрҙе бөтөрөүгә тәғәйенләнгән аҡса күләме 3 миллиард һумға барып етәсәк. Радий Хәбиров электр энергияһын һаҡсыл ҡулланған технологияларҙы ҡулланыу бурысын йөкмәтте.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Во всех документах нужно обязательно прогаваривать чтобы это были энергосберегательные технологии”.

Президиум ултырышында шулай уҡ һалымды ваҡытында түләмәгән физик шәхестәргә пеня һалыу ваҡытын оҙайтыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Йәғни, элек бурыслыларға пеня шунда уҡ һалына башлаһа, хәҙер 1 июлгә тиклем проценттар өҫтәлмәйәсәк. Хөкүмәт ағзалары моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса төбәк программаһының һөҙөмтәлелеген арттырыу хаҡында ла ла фекер алышты. 3 йыл элек программа ҡабул ителгәндән алып был биләмәләрҙә 12 мең эш урыны асылған, 37 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Быйыл республикала урамдарҙы яҡтыртыуға 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество