Техник парк торошо

Техник парк торошо https://bash.news/news/88144_texnik_park_torosho
16 ғин 2019, 21:18

Башҡортостандың ауыл хужалығы белгестәре алдында ун меңдән ашыу трактор, ҡар таҙартыу техникаһы һәм башҡа үҙйөрөшлө техниканы ремонтлау мәсьләһе тора. Был хаҡта ҡыш уҡ хәстәрлек күрә башлаған хужалыҡтарҙың яҙғы осорға әҙерле менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

Зинфир Сәғәҙәтов тапшырыуҙар тармағын ентекле тикшерә. Был ҡорамалдың теүәл һәм көйлө эшләүенә техниканың йәрәге булған двигатель торошо ла бәйле. Ҡырҡ йыл слесарь-ҡораусы булып эшләгән оҫта тракторҙың һәр детален күңеле менән тоя.

Зинфир Сәғәҙәтов, машина ремонтлау оҫтаханаһының слесарь-ҡораусыһы: “Ҡыш эсендә 10-12 трактор тиреп йыябыҙ”.

Әлеге ваҡытта ремонтсылар ҡарамағында ҡырҡ берәмектән ашыу техника. Ремонтҡа башлыса фермер хужалыҡтары мөрәжәғәт итә. 2017 йылдан төбәктә ремонт-хеҙмәтләндереү предприятиелары ассоциацияһы эшләп килә. Улар сит ил запас частәре урынына үҙебеҙҙә етештергәнен хәстәрләй, заказдарҙы координациялай.

Эрнест Кәримов, "Башсельхозтехника" дәүләт ауыл хужалығы предприятиеһының Шишмә филиалы директоры: “К-700” тракторын ремонтлау өсөн 1 миллион 700 мең һум китә”.

Былтыр фермерҙарға ҡулланылған техника паркын ремонтлауға төбәк ҡаҙнаһынан 800 миллион һум аҡса бүленгән. Был ремонт өсөн хаҡтың алтмыш процентын дәүләт ҡаплай тигән һүҙ. 2020 йылға тиклем сумманы арттырыу күҙаллана. Хөкүмәт тарафынан яңыларын алыуға ла субсидиялар күләме арттырыласаҡ. Ауыл хужалығында эшләүселәргә йыл һайын миллиард һумлыҡ субсидиялар бүленер тип көтөлә.

Филүс Хантимеров, механизациялау һәм электрификациялау бүлеге мөдире: “80 тракторҙы 82 еткереп, двигатель, йә кабина алмашынһа субсидия биреләсәк”.

Наил Ниғмәтуллин, слесарь-ҡораусы: “Беҙҙән егермеләп трактор сыға”.

Ауыл хужалығы ҡорамалдарын сәсеү миҙгеленә әҙерләү өсөн ни бары өс айҙан ашыу ваҡыт ҡалған. Ике аҙнанан таҡма-инвентарҙар, ә яҙ башланыу менән ер эшкәртеүсе һәм сәсеү техникаһы әҙер булырға тейеш.

Башсельхозтехниканың Шишмә филиалында ҡыҙыу эш мәле. Слесарь-ҡораусылар ауыл хужалығы техникаһын ремонтлай. Республиканың барлыҡ төбәктәренән дә ремонтҡа килтерелгән техника 1 апрелгә сафта булырға тейеш. Ҡышҡы миҙгелдә Шишмә машина ремонтлау оҫтаханаһында 50 -ләп ауыл хужалығы техникаһы тулыһынса модернизация үтәсәк.

Автор: Гүзәл Борханова.

Техник парк торошо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд