Салауат ғалаһындаы бала табыу йорто хәле аңлатылды

Салауат ғалаһындаы бала табыу йорто хәле аңлатылды https://bash.news/news/88145_salauat_alaynday_bala_tabyu_jorto_xle_alatyldy
16 ғин 2019, 21:33

Салауат ҡалаһы бала табыу йорто концессионерҙары үҙҙәренең яуаплылығында булған учреждение тирәләй төрлө бәхәстәргә һәм аңлашылмаусанлыҡтарға асыҡлыҡ индерҙе. Эш хаҡы күләме, пенсия льготалары булмауы, хәүефле эш өсөн өҫтәмә түләүҙәр мәсьәләһе һорау өҫтөнә һорау тыуҙырҙы.

Былтыр апрелдән дәүләт һәм шәхси милек хужалары араһында килешеү төҙөгәндә, хеҙмәткәрҙәр һәм белгестәр менән ҡорамалдар һатып алыу, капиталь ремонт үткәреү һәм эш хаҡын күтәреү мәсьәләләренә асыҡлыҡ индерелмәгән була. Бөгөн концессионерҙар киң мәғлүмәт һәм матбуғат саралары журналистары һорауҙарына яуап бирҙе.

Кәрим Мәһәҙиев, Салауат бала табыу йортоноң концессион килешеү инвесторы: “Концессион ризалашыу буйынса беҙ уны өс йыл эсендә эшләргә тейешбеҙ. Был ваҡыт үткән йылдың февралендә башланды. Тағы 2021 йылға тиклем ваҡытыбыҙ бар. Ошо ваҡыт эсендә барыһын да эшләрбеҙ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Салауат ғалаһындаы бала табыу йорто хәле аңлатылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд