Мәсетле фельдшерҙары

Мәсетле фельдшерҙары https://bash.news/news/88146_msetle_feldsherary
16 ғин 2019, 21:34

Башҡортостанда “Ауыл докторы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Бер нисә йыл эсендә 1300-ҙән ашыу белгес ауыл һәм ҡасабаларға эшкә ҡайта. Былтыр ғына 48 фельдшер ошо мөмкинлектән файҙаланып, үҙ һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башланы. Республикаға хатта сит өлкәләрҙән күсеп килеүселәр бар. Ырымбурҙан Мәсетлегә күскән фельдшерҙар ғаиләһе тураһында беҙҙең сайтта.

Мәсетле районы Кесе Ыҡтымаҡ ауылында йәшәүсе фельдшерҙар ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға - Сәлмәйевтарҙың күптән түгел өсөнсө балалары тыуған. "Ауыл фельдшеры" программаһы буйынса эшләгән йәштәр төбәк етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыуға саҡырылған булған, әммә Өфөгә ғаилә башлығы үҙе генә бара. Регина Сәлмәйева был ваҡытта ҡыҙ бала таба.

Ирина Сәлмәйева, фельдшер: “Бер ҙә үкенмәйбеҙ. Эшләргә тип махсус килдек. Ике бала тәрбиәләйбеҙ”.

Тормош иптәше Марат менән Ырымбурҙан Мәсетле районына күсенгәнгә улар бер ҙә үкенмәй. "Ауыл фельдшеры" программаһы сиктәрендә йәштәрҙең һәр береһенә 500 мең һум аҡса бүленә. Был сумма йорт һалыр өсөн ҙур ярҙам булып тора. Майҙаны 75 кв.м. тәшкил иткән торлаҡтың төп төҙөлөш эштәре тамамланған. Зәңгәр яғыулыҡ, ут, һыу үткәрергә ҡалған.

Ғаиләнең күпселек ваҡыты эштә үтә. Кесе Ыҡтамаҡ фельдшер-акушер пунктынан кеше өҙөлмәй. Медицина ярҙамына һыуһаған урындағы халыҡ ауылға белгестәр ҡайтҡанына шатланып бөтә алмай.

Ырымбурҙан килгән фельдшерҙар ғаиләһе алдағы тормошон Мәсетле районында дауам итергә ниәтләнә. Ҙур ҡалаларҙан, сит өлкәләрҙән ауылдарға ҡайтҡан белгестәр булғанда халыҡҡа сифатлы медицина, аҡ халатлыларға - уңайлы йәшәү шарттары буласаҡ тигән һүҙ.

Автор: Флорида Ким.

Мәсетле фельдшерҙары

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA