Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Минетдин Кәримовты йөҙ йәшлек юбилейы менән ҡотланылар

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Минетдин Кәримовты йөҙ йәшлек юбилейы менән ҡотланылар https://bash.news/news/88148_fl_bjk_vatan_uyshy_veterany_minetdin_krimovty_j_jshlek_yubilejy_menn_otlanylar
16 ғин 2019, 21:38

Фиҙаҡәр хеҙмәте менән күптәр өсөн өлгө булып торған ветеранды ҡала хакимиәте башлығы һәм төрлө ведомство етәкселәре тәбрикләне. Улар юбилярға Владимир Путиндың һәм Радий Хәбировтың ҡотлау хаттарын, бүләктәр тапшырҙы.

Фатирҙа үткәрелгән тантананы Минетдин Кәримовтың балалары, бүлә-бүләсәләре ойошторған.

Роза Хөрмәтуллина, Минетдин Кәримовтың ҡыҙы: “Атайымдың тормошо еңел булмаған. Ҡорурланабыҙ”.

Минетдин Кәримов Миәкә районы Елдәр ауылында тыуып үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышында уҡсылар бүлегенә етәкселек итеп фашистарға ҡаршы көрәштә ике тапҡыр ҡаты яралана. 1942 йылда Калинин өлкәһендә ротаһы менән майор Константин Рокоссовский штабын үлемдән ҡотҡара.

Ҡыйыулығы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Рокоссовский уға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Бөйөк Еңеүҙе Минетдин Ғабдулла улы Калининград өлкәһе Кенингсберг ҡалаһында ҡаршылай. 1950 йылда ветеран Өфөгә ҡайтып хеҙмәт юлын янғынға ҡаршы бүлектә дауам итә.

Динар Хәлилов, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы: “Шатланабыҙ. Шул тиклем абруйлы кеше бар арабыҙҙа”.

Автор: Флорида Ким.

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Минетдин Кәримовты йөҙ йәшлек юбилейы менән ҡотланылар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд