Юл фажиғәһе эҙемтәһе

Юл фажиғәһе эҙемтәһе https://bash.news/news/88150_yul_fazhie_eemte
16 ғин 2019, 21:41

Өфө районы Михайловка ауылында йөк автомобиле менән идара итеп, 11 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән водителгә хөкөм ҡарары сығарыласаҡ. Бөгөн сираттағы суд ултырышында зыян күреүсе яҡты һәм шаһиттарҙы тыңлау уҙғарылды.

Туҡталышта торған ҡыҙҙы самосвал үҙе менән һөйрәп алып китә. Ауыр тән йәрәхәттәре алған баланың шунда уҡ ғүмере өҙөлә. Йөк машинаһы яңы ғына ҡуҙғалған еңел автомобилде лә ҡыйрата. Хәйер, водитель мөғжизә менән иҫән ҡала. Бөгөн ул да зыян күреүсе булараҡ судта сығыш яһаны. Ир оҙаҡ ҡына дауалау курсы үткән. Процесҡа һәләк булған ҡыҙҙың яҡындары ла килгәйне. Фажиғәле осраҡты бигерәк тә әсә йөрәге ауыр кисерә.

Ольга еңелерәк эшкә күсә, суд барышында ҡатын үҙен нисек кенә тоторға тырышмаһын, күҙ йәшһеҙ һөйләй алманы. Ҡыҙы Аринаны ул Өфөнән Михайловкаға музыкаль мәктәпкә һәр ваҡыт уҡырға йөрөткән, бала өсөнсөгә генә яңғыҙы "Газел"дә юлға сыҡҡан була. Һәм ауыр самосвал ҡорбанына әйләнә. Транспорт сараһы водителе үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Зыян күреүселәр уға ҡарата яза ҡаты булыр тип өмөтләнә.

Һәләк булған ҡыҙҙың атаһы: "Ғәфү итегеҙ" тип әйтте әйтеүен бер тапҡыр, әммә ҡағыҙҙан ғына уҡыған кеүек булды. Был фажиғәле осраҡта ҡыҙыбыҙҙы - йән киҫәгебеҙҙе юғалттыҡ. Беҙгә бик ауыр”.

Суд процессы яҡынса ике сәғәт дауам итте. Шаһиттарҙан һорау алыу ойошторолдо. Үҙ күҙҙәре менән юл фажиғәһен күреүселәр самосвал водителенең юғары тиҙлектә килеүен, боролоштан һуң йәмәғәт транспортын уҙып китергә тырышып, идара итеү һәләтен юғалтыуын билдәләне. Бынан тыш, күңелһеҙ орсаҡҡа тиклем транспорт сараһына техник хеҙмәтләндереү ойошторолмаған булыуына ла иғтибар йүнәлтелде. Билдәле булыуынса, йөк автомобиле хужаһы Күмертауҙа йәшәй. Ғәйепләнеүсе ир ышаныс ҡағыҙы буйынса ғына машинаға ултырған. Бәлә көнө ул рөхсәт ителмәгән участкала хәрәкәт иткән. Ауылды урап үткән булһа, фажиғәгә лә, бәлки тарымаҫ та ине. Тауҙан төшкәндә тормозы ысҡына.

Судта техник торошо насар булған самосвалды оло юлға сығарған өсөн машина хужаһы ла яуап тотто. Күңелһеҙ осраҡ теркәлгән көндө руль артына ултырған водителгә иһә енәйәт кодексының 264-се статьяһы буйынса хөкөм ҡарары янай. Әйткәндәй, ул бөгөн ҡултыҡ таяғы менән йөрөй. Фажиғәлә сираҡ һөйәге һынған була.

Ғәйепләнеүсе иргә ниндәй яза сығарыласағы әлегә билдәһеҙ. Киләһе суд ултырышы 31 ғинуарҙа үтә. Тағы ла шаһиттарҙы тыңлау ойоштороласаҡ.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Юл фажиғәһе эҙемтәһе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа