Сибайҙағы экологик хәл

Сибайҙағы экологик хәл https://bash.news/news/88155_sibajay_ekologik_xl
16 ғин 2019, 22:05

Сибайҙа балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә саф һауаға сығыу, урамда дәрес үткәреү тыйылды. Шулай уҡ бөгөн төбәккә Өфөнән бер төркөм табиптар килде. Улар халыҡтың һаулығын тикшереп, кәрәкле кәңәштәрен еткерә. Башҡортостан етәксеһенең кисәге ҡаты тәнҡит һүҙҙәренән һуң ҡалала ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.

Таңғы сәғәт алтынан алып күсмә лаборатория хеҙмәткәрҙәре һауалағы зарарлы миҡдарҙы тикшерә. Бының өсөн махсус прибор һатып алынған. Уның ярҙамында һауала көкөрт диоксиды миҡдарының норманан 3,6 тапҡырға артыҡ булыуы асыҡланған. Дөрөҫ, бындай күренеш башлыса карьерға яҡын урынлашҡан урамдарға хас.

Фәрит Ғүмәров, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Был һан кисәгегә ҡарағанда әҙерәк. Бөгөн ел. Ел йүнәлешенә ҡарап, ҡайһы ауылға хәүеф янауын асыҡлайбыҙ”.

Атмосфера һауаһы иртәнән алып кискә тиклем ике сәғәт һайын алты нөктәлә тикшерелә. Бынан тыш, ҡалаға дәүләт комитетының уҡытыу-методика үҙәге белгестәре килгән. Улар халыҡты борсоған проблемаларҙы асыҡлап, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй.

Рөстәм Афзалов, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы: “Радий Фәрит улының килеүенә рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең хәлде уртаҡлашты. Бурыстар буйынса билдәләнгән эштәрҙе эшләйбеҙ. 1 февральға тамамларға тейешбеҙ”.

Бөгөн Өфөнән килгән тар йүнәлешле табиптар ҙа халыҡтың һаулығын тикшерә башланы. Поликлиникаларҙа токсиколог, лор, офтальмолог, пульмонолог, педиатр һәм аллерголог ҡабул итә. Халыҡ башлыса тын алыуы ауырлашыуына һәм ҡайһы бер балаларҙың танауҙарынан ҡан ағыуына зарлана. Бынан тыш, элекке сирҙәрҙең ҡуҙғалыуы ла теркәлгән.

Гөлназ Абдуллина, Сибай ҡалаһында йәшәүсе: “Балаларым да, иптәшем дә, мин дә ауырыныҡ. Ҡыҙымдың танауы ҡанай. Ауылда тимер тәмен һиҙәбеҙ”.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре бөгөн ҡала хакимиәтендә урындағы халыҡты борсоған һорауҙарға ла яуаптар бирҙе. Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, табиптар аҙна аҙағына тиклем ауырыуҙарҙы ҡабул итергә йыйына. Кәрәк тип табылған осраҡта улар Сибайҙа йәшәүселәрҙе артабан да ҡалып тикшерергә ниәтләй.

Әлиә Кәримова, токсиколог: “Бөгөн беренсе көн килеп, пациенттар ҡабул итәбеҙ”.

Һауалағы зарарлы матдәләр файҙаланылмаған ошо ташландыҡ баҡыр ятҡылығынан сыға. Әлеге ваҡытта карьерҙа әселәнеү процестарын бөтөрөү эштәре бара. Көкөрт еҫен туҡтатыуҙы тиҙләтеү өсөн комбинат етәкселеге өҫтәмә рәүештә дүрт берәмек йөк автомобиле бүлгән.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Сибайҙағы экологик проблеманы ике аҙна эсендә хәл итергә ҡушты. Комбинат вәкилдәре рекультивация үткәреүҙе 1 февралгә тиклем тамамларға ниәтләй. Эштәрҙе тиҙләтеү өсөн иртәгә ҡалаға тәжрибәле белгестәр килеүе көтөлә. Шулай уҡ был хәл тураһында көн дауамында объектив мәғлүмәт тә бирелә. Улар халыҡҡа социаль селтәрҙәр, радио һәм бөгөн эш башлаған Сибай телевидение аша еткерелә.

Автор: Илдар Байбулатов.

Сибайҙағы экологик хәл

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA