Татарстан һәм Башҡортостан йыр сәнғәте өсөн ҙур юғалтыу

Татарстан һәм Башҡортостан йыр сәнғәте өсөн ҙур юғалтыу https://bash.news/news/88157_tatarstan_m_bashortostan_jyr_snte_sn_ur_yualtyu
16 ғин 2019, 22:11

Танылған йырсы Илһам Шакиров арабыҙҙан китте. Сәнғәт эшмәкәре Ҡазанда дауаханала 84-се йәшендә вафат булды.

Илһам Шакиров 1935 йылдың 15 февралендә Татарстандың Сарман районы Яңы Бүләк ауылында тыуа. Ҡазанда музыка училищеһын, артабан дәүләт консерваторияһын тамамлай.

Йырсы Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы солисы була. Халыҡ йырҙарын, классик композицияларҙы берҙәй оҫта итеп башҡарған сәхнә әһеле Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы исеменә эйә.

Татарстан һәм Башҡортостан йыр сәнғәте өсөн ҙур юғалтыу

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа