Башҡортостанда прокуратура тикшереүенән һуң, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итәләр

Башҡортостанда прокуратура тикшереүенән һуң, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итәләр https://bash.news/news/88171_bashortostanda_prokuratura_tikshereenn_u_etem_balalary_torla_menn_tmin_itlr
17 ғин 2019, 09:49

Дүртөйлө ҡалаһында етем балаларҙың хоҡуҡтарын боҙоу осрағы буйынса тикшереү ойоштора. Законға ярашлы, профессиональ белем биреү учреждениеһын тамамлағандан һуң, йәшәргә урындары булмаған етем балалар дәүләт иҫәбенә торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә.

Башҡортостанда прокуратура тикшереүенән һуң, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итәләр
Башҡортостанда прокуратура тикшереүенән һуң, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итәләр

Уҡыуҙы тамамлаған һигеҙ етем бала, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар исемлегендә иҫәптә тора. Дүртөйлө ҡала хакимиәте уларҙы йәшәү урыны менән тәьмин итергә ҡабаланмай. Һөҙөмтәлә, улар торлаҡты ҡуртымға алып, йәки таныштарында йәшәргә мәжбүр була.

Прокуратура суд аша бурыстарҙы үтәргә бойора. Тиҙҙән һигеҙ етем бала торлаҡ алыуға өлгәшә.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров