Хәрбиҙәргә социаль селтәрҙе ҡулланыу тыйыласаҡ

Хәрбиҙәргә социаль селтәрҙе ҡулланыу тыйыласаҡ https://bash.news/news/88181_xrbirg_social_seltre_ullanyu_tyjylasa/?lang=bash
17 ғин 2019, 11:43

Рәсәйҙең Оборона министрлығы хәрбиҙәргә һәм запасҡа оҙатылған һалдарттарға социаль селтәрҙе ҡулланыуҙы тыйырға күҙаллай.Тыйыу ваҡыты-биш йыл. Законды боҙған һалдаттарҙы һәм офицерҙарҙы енәйәти яза көтә.

Хәрбиҙәргә социаль селтәрҙе ҡулланыу тыйыласаҡ
Хәрбиҙәргә социаль селтәрҙе ҡулланыу тыйыласаҡ

Һүҙ дәүләт серен үҙ эсенә алған документтар менән эш иткән хәрбиҙәр хаҡында. Тейешле төҙәтмәләр «Хәрбиҙәр статусы тураһында» федераль закон төҙәтмәләре проектына индерелгән. Белгестәр фаразлауынса, был дәүләт серен һаҡлап алыуға мөмкинлек бирәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек Оборона министрлығы һалдаттарға спутник навигацияһы булған телефондар менән ҡулланыуҙы тыйҙы. Хәрбиҙәргә ҡыйбат булмаған төймәле телефондар менән генә эш итергә мөмкин.

Спутник FM
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет