Башҡортостанда йәшәүсе ирҙе эскән килеш руль артына ултырғаны өсөн ҡулға алалар

Башҡортостанда йәшәүсе ирҙе эскән килеш руль артына ултырғаны өсөн ҡулға алалар https://bash.news/news/88187_bashortostanda_jshse_ire_eskn_kilesh_rul_artyna_ultyrany_sn_ula_alalar
17 ғин 2019, 12:32

Мәләүез районында урында йәшәүсе ирҙе административ яуаплылыҡҡа тарттыралар. Ул эскән килеш руль артына ултырғаны өсөн билдәләнгән штрафты түләмәүҙә ғәйепләнә.

Башҡортостанда йәшәүсе ирҙе эскән килеш руль артына ултырғаны өсөн ҡулға алалар
Башҡортостанда йәшәүсе ирҙе эскән килеш руль артына ултырғаны өсөн ҡулға алалар

Республиканың Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 32 йәшлек ир ике тапҡыр иҫерек килеш автомобиль менән идара итә. Бының өсөн уға 30- шар мең һум күләмендә штраф билдәләйҙәр. Тик ир үҙ бурысын түләмәй, уға ҡарата протокол төҙөлә.

Бурыслыны ун ике тәүлеккә ҡулға алалар. Шул уҡ ваҡытта, ир штрафтан азат ителмәй.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд