Сирләгән медицинаны дауалауға тағы ниндәй белгестәр етмәй

Сирләгән медицинаны дауалауға тағы ниндәй белгестәр етмәй https://bash.news/news/88225_sirlgn_medicinany_daualaua_tay_nindj_belgestr_etmj
17 ғин 2019, 21:35

Төбәк башлығы үҙенең тәүге эш көндәрендә медицинала тәртип урынлаштырырға ҡушты. Республика район-ҡалаларын төрлө йүнәлештәге белгестәр менән тәьмин итеү киҫкен мәсьәләләрҙең береһе. Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ амбулаторияһы ошо көндәрҙә педиатрҙар менән тулыланды. Хәбәрсебеҙ Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Балалар табибы кабинеты эргәһендә сират юҡ тиерлек. Ҡабаҡ амбулаторияһында сабыйҙарҙы ике педиатр ҡабул итә башлаған. Фәйрүзә Саяпованы ла бында яҙмыш елдәре түгел, бер миллион һум аҡса алып килгән. Педиатр "Ауыл табибы" программаһында ҡатнашып Өфөгә яҡын Зубов ауылында фатир һатып алыуға ирешкән.

Фәйрүзә Саяпова, балалар табибы: “Үҙем Стәрлебаштан. Ике йыл эсендә Ҡырмыҫҡалылағы коллективҡа өйрәндем. Ҡабаҡ амбулаторияһында педиатр кәрәккәс, ике уйлап торманым. Зубовтан көн һайын йөрөп эшләү ҙә ялҡытмай”.

Уҙған йыл аҙағында ғына Ҡырмыҫҡалы районында алты педиатр етмәгән. Дефицит әлегә икәүгә ҡалған. Үҙәк район дауаханаһына балалар консультацияһында ике вакансия буш. Тәжрибәле балалар табибы Гүзәл Вафина Ҡабаҡҡа Өфөнән килеп эш башлаған. Ул да "Ауыл табибы" программаһында ҡатнашмаҡсы. Ҡабаҡ зонаһында 1300 сабый иҫәпләнә. Быға тиклем белгестәр уларҙы айырым көндәрҙә график буйынса ғына ҡабул иткән.

Медицина учреждениеһында бер нисә йыл элек ремонт үткән. Бында 5 табип туғыҙ ауыл халҡын - алты мең тирәһе халыҡты хеҙмәтләндерә. Көндөҙгө стационар бар.

Тейешле кимәлдә йыһазландырыу, табиптар менән тулыландырыу маҡсатын тормошҡа ашыраһы бар. Районға әле реаниматолог, анестезиолог, уролог, невролог талап ителә.

Арсен Камалов, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһы баш табибы: “Беҙгә эшкә килеүселәргә район хакимиәте ярҙам итергә тырыша. Киләсәктә эш урынынан 10 кешене торлаҡ менән тәьмин итеү мөмкинлеген эҙләйбеҙ, шулай уҡ ер участкалары бүлеү варианты ла бар”.

"Ауыл табибы" программаһы байтаҡ белгестәрҙе бер урындан икенсе ергә күсерҙе. Проект ниндәйҙер кимәлдә медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итә. Әммә күптәр программала килешелгән биш йыллыҡ планды тултырыу менән ҡайтып китә. Тап шуға ла урындарҙа белгестәрҙе кире ебәрмәү өсөн шартар тыуҙырыу юлдары ҡарала.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Сирләгән медицинаны дауалауға тағы ниндәй белгестәр етмәй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд