Өфөнөң Затон биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһы асылды

Өфөнөң Затон биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһы асылды https://bash.news/news/88226_fn_zaton_bitend_yay_balalar_basay_asyldy
17 ғин 2019, 21:36

Бөгөн 75 урынға иҫәпләнгән учреждениеға малай-ҡыҙҙар тәүге тапҡыр аяҡ баҫты. Кескәйҙәрҙең көнө хәүефһеҙ, күңелле үтһен өсөн бында бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Күптән түгел балалар баҡсаһы шәхси эшҡыуарҙар ҡулынан дәүләт етәкселегенә күсерелде.

Ҡыуаныстың сиге юҡ. Кескәйҙәр интерактив ҡом менән уйнап ғәжәпләнә. Ҡом үҙенән-үҙе төҫтәрен һәм һүрәттәрен алмаштыра. Баш ҡалала асылған яңы балалар баҡсаһында заманса уйынсыҡтар етәрлек - тәрбиә яғынан да, күңел асыу күҙлегенән дә объект етди уйланылып эшләнгән.

Диана Шәйәхмәтова: “Балам яңы садик тип шатланып көтөп алды. Иркен бүлмәләр, уйынсыҡтар күп. Иң мөһиме бөтә ерҙә лә таҙалыҡ”.

7-се балалар баҡсаһы 75 малай-ҡыҙҙы ҡабул итә ала. Улар өс төркөмгә бүленеп йөрөй башлаясаҡ. Бәләкәстәр өсөн медицина кабинеты, музыка бүлмәһе һәм саф һауала уйнар өсөн майҙансыҡ асыҡ.

Альбина Мусина, өлкән тәрбиәсе: “Төркөмдәрҙә яҡынса 25-30 бала. Барлыҡ уйындар өсөн йыһаз бар”.

Быға тиклем учреждение шәхси милеккә ҡарағанда балалар иҫке бинаға йөрөгән. Милек хоҡуғы дәүләт ҡарамағына күсеү менән бина ла алмашына. Иҫке һәм яңы биналар бер-береһенән ер менән күк кеүек айырыла тиһәң дә була.

2024 йылға тиклем республикала 3 йәшкә тиклемге кескәйҙәр өсөн балалар баҡсаһына сираттарҙы бөтөрөү күҙаллана. Бәләкәстәр өсөн яңы учреждениелар асыу йылдан-йыл әүҙемләшә барасаҡ.

Айбулат Хажин, Башҡортостан мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Балалар баҡсаһын төҙөү һәм был өлкәне үҫтереү өсөн федераль программа буйынса республика бюджетына бер миллиард 600 миллион һум аҡса индерелде. Төбәк етәксеһе ярҙамы менән әле 23 балалар учреждениеһы төҙөлөп бөтөп бара. 2020 йылда тағы ла 26 балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк”.

Әлегә Затон биҫтәһендә йәшәүсе малай-ҡыҙҙар һәм уларҙың ата-әсәләре менән баҡса хеҙмәткәрҙәре яңы учреждение шарттары менән таныша. Оҙаҡламай Өфөнөң Инорс һәм Максимовка биҫтәләрендә йәшәүселәрҙе лә ошондай уҡ шатлыҡлы ваҡиға көтә.

Автор: Флорида Ким.

Өфөнөң Затон биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна