Ренессанс вәкилдәре Өфөлә

Ренессанс вәкилдәре Өфөлә https://bash.news/news/88228_renessans_vkildre_fl
17 ғин 2019, 21:38

Өфөләге "Облака" заманса сәнғәт үҙәгендә "Ренессанс - даһиҙар дәүере" тип исемләнгән мультимедиялы күргәҙмә асылды. Рафаэль, Микеланджело, Тициан, Леонардо да Винчи - утыҙ минутлыҡ видеояҙма тиҫтәнән ашыу билдәле рәссамдың аҫыл картиналары менән таныштыра.

Сәйәхәт һәм тамаша - күргәҙмәнең заманса технологиялар ҡулланып ойошторолоуын баш ҡала халҡы юғары баһаланы. Фильмда Яңырыу дәүере оҫталарының мираҫы, рәсем сәнғәте үҫеше хаҡында һүҙ бара. Сағыу картина 15се - 19-сы быуаттарҙа билдәле композиторҙар тарафынан яҙылған классик музыка менән байытылған.

Зарина Ғайсина, "Облака" заманса сәнғәт үҙәге директоры: “Һоҡланғыс тамашала 500 картина сағылдырылған. Уларҙы яҡынайтып та күрһәтәбеҙ. Әйтәйек, "Мона-Лиза"ның йөҙөн бер стенаға киңәйттек, быны уның йылмайыуының серен йәнә асыҡлап ҡарау өсөн эшләнек”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Ренессанс вәкилдәре Өфөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа