Архангел районында йәшәүсе Марат Нәжметдинов ҡарҙан хәрби техника яһай

Архангел районында йәшәүсе Марат Нәжметдинов ҡарҙан хәрби техника яһай https://bash.news/news/88230_arxangel_rajonynda_jshse_marat_nzhmetdinov_aran_xrbi_texnika_yaaj
17 ғин 2019, 21:39

Танк эшләү идеяһы унда Рәсәйҙә аншлаг менән үткән "Т-34" фильмын ҡарағас барлыҡҡа килә. Ихата алдында башта ер тигеҙләнә, артабан бер урынға ҡар өйөмө йыйыла. Техниканың үлсәме теүәл ике тапҡырға кәметеп яһала, тәгәрмәс сылбырын әҙерләү генә ҡатмарлыҡтар тыуҙырған.

Марат Рафаил улы тыуған төбәгенә арнап ижади эшенә 102 тигән яҙыу ҙа ҡуя, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ла тап ошо һанлы танк дивизияһы булған. Әйткәндәй, Нәжметдиновтар ғаиләһе йыл һайын ауылдаштарын ҡарҙан төрлө һындар эшләп ҡыуандыра, ҡышҡыһын ихата алдарын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу биҙәй.

Марат Нәжметдинов: “Социаль селтәрҙә танкттың фотоһын һалғас та, халыҡтың эшебеҙгә һоҡланып ҡарауын күреп ҡыуандыҡ. Күптәр беҙгә киләһе йылға тәҡдимдәр ҙә ҡалдырҙы. Араларында ҡарҙан билдәһеҙ осоусы объект яһауҙы һораусылар ҙа бар”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Архангел районында йәшәүсе Марат Нәжметдинов ҡарҙан хәрби техника яһай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд