Сибайҙағы хәл

Сибайҙағы хәл https://bash.news/news/88247_sibajay_xl
17 ғин 2019, 23:34

Бөгөн иртән Сибайҙа һауалағы көкөрт диоксид миҡдары урыны менән норманан дүрт тапҡырға тиклем юғары булыуы теркәлгән. Әммә көн дауамында ошо уҡ урамдарҙа алынған башҡа һынау өлгөләре күрһәткестәрҙең ыңғай яҡҡа үҙгәреүен күрһәткән. Әлеге ваҡытта төбәктә төрлө ведомстволарҙың дүрт күсмә лабораторияһы эшләй. Улар ярҙамында халыҡҡа һауалағы зарарлы матдәләр миҡдары тураһында тулы һәм аныҡ мәғлүмәт еткерелә.

Өфө белгестәре икенсе көн карьерға яҡын йәшәгән халыҡ менән осраша. Улар өй беренсә йөрөп хужаларға кәрәкле кәңәштәрен еткерә.

Миңлеәхмәт Исмәғилев, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының уҡытыу-методик үҙәге етәксеһе урынбаҫары: “Ел иҫкәндә тәҙрәгеҙҙе ябығыҙ. Киптерелгән емеш-еләк, һөт ашағыҙ".

Ҡотҡарыусылар барлығы 350-нән ашыу йортто урап сыҡҡан. Улар шулай уҡ карьер эргәһендәге Алтын ҡасабаһы халҡы менән дә осрашҡан. Дөрөҫ, эш көндәре булғанға күрә хужаларҙың барыһы ла өйҙә түгел. Кәңәштәр яҙылған иҫкәрмәләр уларға почта йәшниктәрендә ҡалдырыла.

Тойғон Әхтәмов, Алтын ҡасабаһында йәшәүсе: “Бала саҡта карьер аша һыуға йөрөй торғайныҡ. Элек һиҙелмәй ине. Иртәнсәк йөткөрәбеҙ, күҙҙән йәш сыға”.

Һаҡланыу саралары ҡаланың барлыҡ балалар баҡсаларында ла ҡабул ителгән. Тәү сиратта уларҙа кескәйҙәрҙе асыҡ һауаға сығарыу ваҡытлыса тыйылған. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр балаларҙың һаулығын тикшереүгә иғтибарҙы бермә-бер арттырған.

Миләүшә Мәхмүтова, "Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе: “Иртәнсәк ҡабул икәндә балаларҙың һаулығын тикшерәбеҙ. Хәҙер саф һауала йөрөй алмайбыҙ. Декабрҙә үк тышҡа сығырға тырышмай инек”.

Ике сәғәт һайын ҡалала күсмә лаборатория хеҙмәткәрҙәре һауалағы миҡдарҙы тикшерә. Улар тураһында һуңғы мәғлүмәт менән Сибайҙа йәшәүселәр урындағы телевидение аша танышып бара ала. Шулай уҡ борсоулы хәлгә Башҡортостан юлдаш телевидиниеһы, өс радиостанция, шул иҫәптән Спутник ФМ эфир ваҡыттары бүлгән.

Айгөл Хәмитова, Сибай телевидениеһы хәбәрсеһе: “Сибайға эш сәфәре менән Радий Хәбировтың килеүе Сибай телевидениеһы өсөн этәргес булды. Хәҙер беҙҙең айырым канал бар”.

Киң мәғлүмәт саралары һәм социаль селтәрҙәр аша даими мәғлүмәт еткерелеп тороуы ҡыҙыу линияға килгән мөрәжәғәттәрҙең кәмеүенә килтергән. Әгәр ҙә аҙна башында дүрт тиҫтәнән ашыу шылтыратыу ҡабул ителһә, кисә улар икәү генә булған. Шуға ҡарамаҫтан Сибай ҡалаһында юғары әҙерлек режимы һаман да ғәмәлдә ҡала.

Автор: Илдар Байбулатов.

Сибайҙағы хәл

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество