Бөгөн Башҡортостанға Ҡырым республикаһы башлығы Сергей Аксенов килде

Бөгөн Башҡортостанға Ҡырым республикаһы башлығы Сергей Аксенов килде https://bash.news/news/88248_bgn_bashortostana_yrym_respublikay_bashlyy_sergej_aksenov_kilde
17 ғин 2019, 23:34

Халыҡ-ара "Өфө" аэропортында рәсми делегацияны төбәк башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡаршы алды.

Иртәгә Башҡортогстанда Ҡырым республикаһы көндәрен рәсми асыу тантанаһы үтә. Уның программаһында төбәк башлыҡтарының рәсми осрашыуы, эшлекле даирәләр араһында һөйләшеүҙәр, Башҡортостан менән Ҡырым араһында социаль-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҡаралған.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Бөгөн Башҡортостанға Ҡырым республикаһы башлығы Сергей Аксенов килде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна