Башҡортостан юлдарында фото-видео теркәү камералары артасаҡ

Башҡортостан юлдарында фото-видео теркәү камералары артасаҡ https://bash.news/news/88249_bashortostan_yuldarynda_fotovideo_terk_kameralary_artasa
17 ғин 2019, 23:35

Бөгөн Республика Йортонда үткән "Инвестиция сәғәте" ултырышында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән проект хупланды. Төп маҡсат — авариялар һанын кәметеү. Бөгөн федераль һәм муниципаль юлдарҙа 223 камера ҡуйылған, уларҙың һанын дүрт тапҡырға арттырыу ниәтләнә.

Бының өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә. Проектҡа ярашлы инвесторға биш йыл дауамында комплексттарҙы ҡуртымға тапшырған өсөн һәм техник хеҙмәтләндереүгә түләүҙәр ойоштороласаҡ. Контракт тамамланғас камералар республика милкенә күсә.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Конкурс буйынса билдәләнгән инвестор менән 1 миллиард 800 мең һумға контракт төҙөләсәк. Башҡортостанға 663 фото-видео теркәү камераһы талап ителә, 265-е быйыл урынлаштырылырға тейеш. Йәғни республика юлдарында камералар һаны ике тапҡырға артасаҡ”.

Шулай уҡ инвестиция сәғәтендә Нефтекамала насос ҡорамалдарын етештереүҙе үҫтереү, Өфө районында танспорт агро-логистика комплексын булдырыу буйынса проекттар ҡаралды. Социаль маҡсатлы программалар Фонды эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре һәм үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡортостан юлдарында фото-видео теркәү камералары артасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд