2021 йылға тиклем Рәсәйҙә төбәк телеканалдары өсөн өсөнсө мультиплекс ойошторола

2021 йылға тиклем Рәсәйҙә төбәк телеканалдары өсөн өсөнсө мультиплекс ойошторола https://bash.news/news/88250_2021_jyla_tiklem_rsj_tbk_telekanaldary_sn_sns_multipleks_ojoshtorola
17 ғин 2019, 23:36

Был турала Федерация советы рәйесе урынбаҫары, сенатор Лилиә Ғүмәрова белдерҙе. Быға тиклем парламенттың юғары палатаһы һанлы телетапшырыуҙарға күсеү тураһында күрһәтмәне раҫланы. Был процесс өс өлөштә ғәмәлгә ашырыла.

Тверь өлкәһендә "пилот проект" уңышлы тип табылһа, 11 февралдән һанлы тапшырыуҙарға 7 төбәк күсә. 15 апрелдән тағы ла 20, 3 июндән иһә ҡалған өлкә һәм республикаларҙа һанлы сигнал тапшырыла башлай. Шулай уҡ беренсе һәм икенсе мультиплекстың береһендә урындағы телеканал өсөн дә эфир ваҡыты бүлеү ҡаралған.

Аналог телетапшырыуҙарын һаҡлап ҡалырға теләгән төбәктәр өсөн иһә тейешле йышлыҡтар бүленеп, телевидение каналдарының лицензиялары мөҙҙәтен оҙайтыу мөмкинлеге бирелә. Бынан тыш Федерацияның һәр субъектына урындағы каналдарҙан торған өсөнсө мультиплексты ойоштороу хоҡуғы таныла.

2021 йылға тиклем Рәсәйҙә төбәк телеканалдары өсөн өсөнсө мультиплекс ойошторола

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA