Крандан аҡҡан зәңгәр һыу

Крандан аҡҡан зәңгәр һыу https://bash.news/news/88251_krandan_aan_zgr_yu/?lang=bash
17 ғин 2019, 23:36

Интернет киңлектәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының күп фатирлы йорттарының береһендә теркәлгән яҙма киң билдәлелек яулай бара. Уҙған тәүлектә крандан океан төҫөндәге һыу ағыуы фатир хужаларын борсоуға һалды. Тут төҫөндәгеһе ғәҙәти хәл булһа бер, ә был автомобиль тосолына оҡшаш. Өҫтәүенә, аҡҡан шыйыҡсаның күбекләнеүе күҙәтелмәй.

Оксана Фролова, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе: “Киске сәғәт биш тула ун биш минуттар тирәһендә һыуыҡ һыу зәңгәр төҫкә әйләнде. Бер аҙ ағыҙып торғандан һуң, ул ҡабат үҙ төҫөнә инде. Эсергә яраҡлымы-юҡмы икәнлегенә әлегә шикләнәбеҙ”.

Асыҡланыуынса, зәңгәр һыуҙың ағыуы ҡаланың бер нисә йортонда теркәлгән. Быға нимә сәбәпсе булыуына идарасы ойошма етәкселеге лә әлегә аныҡ ҡына яуап таба алманы. Фатир хужаларынан алынған һыу өлгөләренә ошо көндәрҙә Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте асыҡлыҡ индерәсәк.

Илдус Йосопов, идарасы компания етәксеһе: “Күп фатирлы йорттарҙың береһен юғарынан һыу баҫыу һөҙөмтәһендә, һыуыҡ һыу селтәре ябыла. Авария эҙемтәләре бөтөрөлгәс кран ҡабат асыла. Ләкин, күпмелер ваҡыттан һыуҙың башҡа төҫтә ағыуы асыҡлана. Уға нимә сәбәпсе булыуы әлегә билдәһеҙ. Белгестәр был хәлгә яҡын арала аңлатма бирер, тип ышанам”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Крандан аҡҡан зәңгәр һыу

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста