Һаҡ булығыҙ, боҙбармаҡтар!

Һаҡ булығыҙ, боҙбармаҡтар! https://bash.news/news/88252_a_bulyy_bobarmatar

Бөгөн Өфөлә күп ҡатлы йорттар түбәләрендә ҡар ҡатламы һәм боҙбармаҡтарҙан таҙартыу эштәрен ойоштороу буйынса рейд үтте. Төп иғтибар Орджоникидзе һәм Калинин райондарына бүленде. Бында һәр икенсе ҡыйыҡта боҙбармаҡтар.

Был йорттар башлыса халыҡ эшкә, уҡыусылар мәктәпкә йөрөгән урамдарҙа урынлашҡан. Ушаков урамының 72-се йортонда йәшәгән халыҡ коммуналь хеҙмәттәрҙең эшенә дәғүәләрен социаль селтәрҙәргә лә урынлаштырған. Депутаттар, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һәм йәш гвардиясылар был йорттарҙағы халыҡ менән аралашып, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр эшенә яңы күрһәтмәләр бирҙе.

Үткән йылда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының әүҙем ағзалары тарафынан боҙбармаҡтарҙы һәм йорт башындағы ҡар ҡатламын таҙартыуҙы контролгә алыу өсөн 200-ләп рейд ойоштролған. 2019 йылда был өсөнсө рейд. Декабрь айында боҙбармаҡ өҙөлөп төшөү һөҙөмтәһендә тән йәрәхәттәре алған ханым әлеге ваҡытта дауаханала. Был осраҡ буйынса тәфтиш комитеты тикшереү эшен башлаған. Бөгөнгө рейдта ҡатнашыусылар, күп ҡатлы йорттарҙағы боҙбармаҡтар һәм түбәләрҙәге ҡар ҡатламы кешеләр башына бәлә булып ишелмәҫкә тейешт тигән фекерҙә.

Гөлнур Ҡолһарина, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты: “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо ситуация булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә боҙбармаҡтар эленеп тора. ТКХ-ның әүҙем эшмәкәрлеге күҙәтелмәүе ҡыҙғаныс, балкондарҙа, шәхси йорттарҙағы кеүек ҡар ҡатламдары таҙартылмаған, уны һәр кем үҙе ҡарарға тейеш, сөнки был уның шәхси территорияһы, был осраҡта йәмәғәт ойошмалары, халыҡ та, дәүләт органдары ғына түгел, ә ТКХ -тары бөтәбеҙ ҙә бергә эшләргә тейешбеҙ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Һаҡ булығыҙ, боҙбармаҡтар!

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA