Республикала ауыл хужалығын үҫтереү буйынса төрлө программалар ғәмәлгә ашырыла

Республикала ауыл хужалығын үҫтереү буйынса төрлө программалар ғәмәлгә ашырыла https://bash.news/news/88253_respublikala_auyl_xuzhalyyn_tere_bujynsa_trl_programmalar_mlg_ashyryla
17 ғин 2019, 23:38

Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылында йәшәүсе Рәхмәтовтар крәҫтиән хужалығында малдарҙы ҡышлатыуға ҙур ярҙам бүленгән. 2011 йылдан һөтсөлөк менән мәшғүл булған фермерҙар ғаиләһендә быға тиклем махсус һыуытҡыстары булмаған. Дәүләт тарафынан бирелгән грант уларҙың хужалыҡ эштәрен күпкә еңеләйтә.

Айрат Рәхмәтов, фермер: “Трактор һатып алдыҡ. 85 меңгә кәсикә алдыҡ, 250 меңгә һөт һыуытҡыс, ҡалған аҡсаға һыйыр һатып алдыҡ”.

Рәхмәтовтар хужалығында 80 баштан ашыу эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә. Һауып алынған һөттө улар Йылайырға тапшыра. Фермерҙар һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ тармағын да ситкә ебәрмәй. Яңы Ергән ауылы тирәһе малсылыҡ өсөн бик ҡулай тип уртаҡлаша Хәйбулла фермерҙары. Уҙған ҡоролоҡ йылында ла бында 270 тонна бесән әҙерләнгән.

Рәмилә Рәхмәтова, фермер: “Һөтөбөҙҙө тапшырабыҙ. Ә мәктәптәр менән балалар баҡсаһы уны ситтән ала. Бергә эшләһәк яҡшы булыр ине”.

Автор: Флорида Ким.

Республикала ауыл хужалығын үҫтереү буйынса төрлө программалар ғәмәлгә ашырыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров