Республика адвокаттары ябай кешеләр өсөн эшләй

Республика адвокаттары ябай кешеләр өсөн эшләй https://bash.news/news/88254_respublika_advokattary_yabaj_keshelr_sn_eshlj
17 ғин 2019, 23:38

Бөгөн Өфөлә үткән хоҡуҡи форумда 15 тема яҡтыртылды. Кредиттар, банкротлыҡ, торлаҡҡа, ергә хоҡуҡ мәсьәләләре уртаға һалып һөйләшелде. Ябай халыҡты һәм клиенттарҙы борсоған мәсьәләләргә һәр сығыш яһаусы ун биш минут ваҡыт бүлде.

Сығыштар йөкмәткеһе,тәрәнлеге һәм актуаллеге менән айырылып торҙо. Форумды ойоштороусылар халыҡҡа социаль селтәрҙәр һәм киң матбуғат саралары аша мөһим хоҡуҡи форум хаҡында мәғлүмәтте күпкә алдан еткергән. Шуға ла спикерҙар тулы залдарҙа сығыш яһаны. Форумда ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған бөтә һорауҙарға ла тулы яуап алды.

Индира Әхмәтшина, Башҡортостан республикаһы адвокаттар коллегияһы адвокаты: “Форумда 15 спикер сығыш яһаны. Улар бөтәһе лә тәжрибәле адвокаттар, һәр береһе үҙенең темаһын төплө итеп аса белә. Суд практикаһы, банкротлыҡ хәле, банктар иҫәптәрҙе бикләгәндә, ерҙе һәм торлаҡты шәхси милеккә ҡайтарыуға ҡағылышлы мәсьәләләргә ентекле яуаптар бирелде”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Республика адвокаттары ябай кешеләр өсөн эшләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна