Баш ҡаланың

Баш ҡаланың https://bash.news/news/88257_bash_alany_iksmaks_aktual_snt_galereyaynda_ajyrylyshyu_tip_isemlngn_krgm_asyldy
17 ғин 2019, 23:44

Күргәҙмә билдәле рус шағиры һәм рәссамы Давид Бурлюктың һәләк булған көнөндә старт алды. Ижади проект авторҙары кешене һуңғы юлға оҙатыу импровизацияһын ойоштороп, тамашасы иғтибарын йәлеп итә.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда ике йыл йәшәү осоронда Давид Бурлюк ике йөҙгә яҡын картина яҙа, коллекцияның бер өлөшө бөгөн Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана. Шуға ҡарамаҫтан, экспозиция авторҙары футуризмға нигеҙ һалыусының ижади эштәрен күргәҙмәгә ҡуймаған.

Тамашасыға иһә улар сәнғәттең яңы йүнәлешен — фломастер менән төшөрөлгән плакаттарҙы хәтерләткән әҫәрҙәрен тәҡдим итә. Ижадсылар сатира һәм юмор ярҙамында заман проблемаларын күтәреп сыға.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Баш ҡаланың

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна