Магнитогорскиҙа теркәлгән шартлауҙы террорсылар үҙ яуаплығына ала

Магнитогорскиҙа теркәлгән шартлауҙы террорсылар үҙ яуаплығына ала https://bash.news/news/88279_magnitogorskia_terklgn_shartlauy_terrorsylar_yauaplyyna_ala
18 ғин 2019, 12:15

Магнитогорск ҡалаһындағы торлаҡ йорттағы һәм микроавтобустағы шартлау, йәнәһе лә, террорсылар ҡулы эше. Был хаҡта SITE Intelligence Group (SIG) ойошмаһы хәбәр итә. Был ойошма интернет селтәрендә ҡораллы төркөмдөң әүҙемлеген күҙәтә.

Магнитогорскиҙа теркәлгән шартлауҙы террорсылар үҙ яуаплығына ала
Магнитогорскиҙа теркәлгән шартлауҙы террорсылар үҙ яуаплығына ала

Хәбәр итеүҙәренсә, «Ислам дәүләте» ойошмаһы (РФ биләмәһендә ойошма эшмәкәрлеге тыйылған) фажиғә өсөн яуаплылыҡ ала. Быға тиклем Рәсәй тәфтишселәре, ваҡиға урынында шартлатҡыс эҙҙәре асыҡланмай, тип хәбәр итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың 31 декабрендә Магнитогорскиҙа торлаҡ йортта шартлау яңғырай. Һҙөмтәлә, подъезд ишелеп төшә. Фажиғә 39 кешенең ғүмерен ала. Ваҡиға сәбәбе булып көнкүреш газ шартлау тора. Киләһе көндө, 1 ғинуарҙа, микроавтобус шартлау һөҙөмтәһендә, өс кеше һәләк була. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса,ваҡиға сәбәбе -газ ҡоролмаһының төҙөк булмауы.

16 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин зыян күргән йортта йәшәүселәрҙең барыһын да башҡа урындарға күсерергә бойорҙо.

Спутник FM
Новости партнеров