Өфөлә йәшәүселәрҙе ит йәрминкәһенә саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе ит йәрминкәһенә саҡыралар https://bash.news/news/88285_fl_jshselre_it_jrminken_sayralar
18 ғин 2019, 14:17

19 ғинуарҙа урында йәшәүселәр өсөн сираттағы ит йәрминкәләре үтә. Ауыл хужалығы етештереүселәре арзан хаҡҡа экологик таҙа продукция тәҡдим итәсәк.

Өфөлә йәшәүселәрҙе ит йәрминкәһенә саҡыралар
Өфөлә йәшәүселәрҙе ит йәрминкәһенә саҡыралар

Йәрминкә С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда ойошторола. Сауҙала башҡала халҡына ит, балыҡ,бал һәм башҡа продукциялар тәҡдим ителәсәк. Йәрминкә иртәнге сәғәт һигеҙҙән бишкә тиклем эшләйәсәк.

Ленин районда йәрминкә бер юлы ике майҙанда эшләйәсәк. Солтанов урамы, 2 йорто һәм «Тулҡын» скверы янында сауҙа урындары булдырыласаҡ.

Йәрминкәлә ҡатнашырға теләктәре булған ауыл хужалығы етештереүселәренә 2290413 йәки 2290411телефон һандары, йә иһә М.Кәрим урамы, 19 (102, 104 бүлмә) адресы буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа