Республикала мутлашыусы 47 кешенең 1 млн һум күләмендә аҡсаһын үҙләштерә

Республикала мутлашыусы 47 кешенең 1 млн һум күләмендә аҡсаһын үҙләштерә https://bash.news/news/88288_respublikala_mutlashyusy_47_keshene_1_mln_um_klmend_asayn_lshter
18 ғин 2019, 14:41

Республикала мутлашыусы ҡулға алына. 26 йәшлек егеттең эшмәкәрлегенән 47 кеше зыян күрә.

Республикала мутлашыусы 47 кешенең 1 млн һум күләмендә аҡсаһын үҙләштерә
Республикала мутлашыусы 47 кешенең 1 млн һум күләмендә аҡсаһын үҙләштерә

Республиканың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе билдәләнгән хаҡҡа водитель таныҡлығы алырға ярҙам итәсәге хаҡында белдерә. Шулай уҡ, хәрби билет таныҡлығы алыу, юғары уҡыу йортона инеү өлкәһендә үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә. Тик мутлашыусы, аҡсаны алғандан һуң, граждандарҙы хәл ителмәгән һорауҙар менән ҡалдыра. Зыян күреүселәр полицияға мөрәжәғәт итә.

Тиҙҙән ғәйепләнеүсе ҡулға алына. Зыян күләме бер миллион һумдан ашып китә.Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна