Сибай ҡалаһы балаларына Ҡырымға осоу өсөн өҫтәлмә рейстар бүленәсәк

Сибай ҡалаһы балаларына Ҡырымға осоу өсөн өҫтәлмә рейстар бүленәсәк https://bash.news/news/88292_sibaj_alay_balalaryna_yryma_osou_sn_tlm_rejstar_blensk/?lang=bash
18 ғин 2019, 16:44

Радий Хәбиров Сибай ҡалаһына эш сәфәре барышында, урындағы балаларға ярҙам күрһәтеү һорауын ҡабаттан күтәрҙе. Етәксе хәбәр итеүенсә, каникулдарҙы көтөргә кәрәкмәй. Балаларҙы хәҙер үк,сәләмәтлектәрен нығытыу маҡсатында, Ҡырымға оҙатыу мөһим.

Сибай ҡалаһы балаларына Ҡырымға осоу өсөн өҫтәлмә рейстар бүленәсәк
Сибай ҡалаһы балаларына Ҡырымға осоу өсөн өҫтәлмә рейстар бүленәсәк

Башҡортостанға эш сәфәре менән Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксенов килде. Әле ул Радий Хәбиров менән берлектә, Сибай ҡалаһында. Делегация, тәү сиратта, ҡала карьеры эшмәкәрлеге менән танышты. Быға тиклем Сергей Аксенов урындағы 500 баланы Ҡырым шифаханаларына дауалау курстарына саҡырҙы. Радий Хәбиров каникулдарҙы көтмәйенсә, яҡын арала балаларҙы Ҡырымға оҙатыу тураһында бойороҡ бирҙе.

Етәксе бойороғо буйынса, Магнитогорскиҙан Ҡырымға өс өҫтәлмә рейс ойоштороласаҡ. Сергей Аксенов билдәләүенсә, бәләкәй балаларҙы оҙатып йөрөүселәр менән ҡабул итәсәктәр. Шулай уҡ,ул Радий Хәбировҡа күрһәтелгән ярҙам өсөн оло рәхмәтен һәм Башҡортостанға төрлө яҡлап ярҙам итәсәген белдерҙе.

Карьерҙан һуң, ике Төбәк Башлығы ҡаланың социаль объекттары менән танышыуҙарын дауам итте. Билдәле булыуынса, объекттар араһында урындағы бала табыу йорто ла бар.

Спутник FM
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет