Радий Хәбиров менән Сергей Аксенов Сибай бала табыу йортонда булды

Радий Хәбиров менән Сергей Аксенов Сибай бала табыу йортонда булды https://bash.news/news/88295_radij_xbirov_menn_sergej_aksenov_sibaj_bala_tabyu_jortonda_buldy/?lang=bash
18 ғин 2019, 16:59

Башҡортостан менән Ҡырым Башлыҡтары эш сәфәре барышында, Сибай бала табыу йортонда булды. Радий Хәбиров,буласаҡ әсәләр менән осрашып, яҡын арала ҡаланың экологик торошо яҡшырасағы тураһында белдерҙе. Радий Хәбиров менән Сергей Аксенов Сибай бала табыу йортонда булды

Һуңғы аҙнала Сибайҙа йәшәүселәр насар һауа шарттарына зарлана.Бала табыу йортонда ятыусыларҙы ла ошо мәсьәлә борсой. Радий Хәбиров менән Сергей Сергей Аксенов шәхси рәүештә пациенттар бүлмәһендә булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Радий Хәбиров, Сергей Аксенов саҡырыу буйынса, биш йөҙ баланы Ҡырым шифаханаларына оҙатыу тураһында бойороҡ бирҙе.

Бынан тыш, Төбәк Башлығы менән аралашыу барышында, Сибай бала табыу йортонда дауаланыусы ҡатын, үҙенең өлкән балаһы йүтәл менән яфаланыуы тураһында белдерә. Ул балаһын Ҡырымға йүнәлтеүҙәрен һорай. Радий Хәбиров урында уҡ был мәсьәләне хәл итте һәм был баланы тәү сиратта Ҡырымға оҙатырға ҡушты.

Спутник FM
Новости партнеров