Ҡырым шифаханаларында һаулыҡтарын нығытасаҡ балаларҙың юл сығымдары Башҡортостан бюджетынан ҡапланасаҡ

Ҡырым шифаханаларында һаулыҡтарын нығытасаҡ балаларҙың юл сығымдары Башҡортостан бюджетынан ҡапланасаҡ https://bash.news/news/88320_yrym_shifaxanalarynda_aulytaryn_nyytasa_balalary_yul_syymdary_bashortostan_byudzhetynan_aplanasa
18 ғин 2019, 23:11

Был турала бөгөн Сибайға эш сәфәре барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Ҡатмарлы экологик хәл менән яҡындан танышыу маҡсатында Урал аръяғындағы ҡалаға Ҡырым башлығы Сергей Аксенов та килде. Төбәктәр етәкселәре көкөрт диоксиды бүлеп сығарған карьерҙа һәм перинаталь үҙәктә булды.

Сибайҙан Айгөл Хәлимова икенсегә әсә булырға әҙерләнә. Бәпес тыуырға бер ай самаһы ваҡыт бар, әммә табиптар уға бөгөндән үк перинаталь үҙәккә ятырға кәңәш иткән. Сөнки ғаиләләге тәүге бала ваҡытынан иртәрәк тыуған, бынан тыш, ҡалалағы экологик хәл дә ҡарындағы бәпестең һаулығына кире йоғонто яһауы ихтимал.

Айгөл Хәлимова, Сибай ҡалаһында йәшәүсе: “Икенсегә ауырлымын. Икенсегә малай буласаҡ”.

Бөгөн перинаталь үҙәк табиптары Сибай ҡалаһынан тыш, Урал аръяғындағы башҡа төбәктәрҙе лә хеҙмәтләндерә. Былтыр бында 1 192 сабый донъяға килгән. Был алдағы йыл менән сағыштырғанда 108 сабыйға күберәк. Бала табыу йорто эшмәкәрлеге менән бөгөн Радий Хәбиров менән Сергей Аксенов яҡындан танышты. Пациенттар менән әңгәмә ваҡытында төбәк башлыҡтары һөйөнөслө хәбәр менән ҡыуандырҙы.

Бушлай биреләсәк юлламаларҙың береһе Айгөл Хәлимованың биш йәшлек улына тапшырыласаҡ. Сөнки Арыҫлан да үҙенең сәләмәтлеге менән әллә ни маҡтана алмай. Ҡырымға барыусылар исемлеген төҙөгәндә тәү сиратта һаулыҡтары ҡаҡшаған, шулай уҡ карьерға яҡын йәшәгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға өҫтөнлөк биреләсәк.

Осрашыу барышында бала табыу йортоноң торошо тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. 1984 йылда төҙөлгән бина әлеге ваҡытта капиталь ремонтҡа мохтаж. Эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн барлығы 35 миллион һум талап ителә. Республика етәксеһе был мәсьәләне хәл итеү өсөн финанстар бүленәсәген белдерҙе. Әммә сумманың ун проценты ҡала бюджетынан ҡапланырға тейеш.

Ҡырымға барасаҡ балаларҙың юл сығымдарын да республика ҡаҙнаһы үҙ өҫтөнә ала. Бының өсөн Магнитогорск аэропортынан чартер рейстар ойоштороу ҡаралған.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “В Сибае от республики находятся бригада врачей, заместитель министра здавохранения. Сегодня работает бригада. Значительно подняли объем работы в карьере”.

Сергей Аксенов, Ҡырым Республикаһы Башлығы: “Максимально постараемся помочь Башкортостану и городу Сибай. Кому ехать решат врачи. Все будет за счет Республики Крым”.

Төбәктәр етәкселәре ағыулы газ бүлеп сығарыусы карьерҙы ла барып күрҙе. Әлеге ваҡытта бында экологик хәлде яҡшыртыу өсөн ҙур көс түгелә. Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса бар эштәр ҙә 1 февралгә тиклем тамамланырға тейеш.

Автор: Илдар Байбулатов.

Ҡырым шифаханаларында һаулыҡтарын нығытасаҡ балаларҙың юл сығымдары Башҡортостан бюджетынан ҡапланасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа